Ҡушылмалағы ингредиенттар бер-береһенең шифалы үҙенсәлектәрен көсәйтеп ебәрә.
Беҙгә кәрәк:
етен орлоғо – 60 г
кунжут орлоғо - 40 г
ҡабаҡ орлоғо – 40 г
желатин (һыйыр һеңеренән әҙерләнгәне) – бер ҡалаҡ
йөҙөм - 50 г (дүрт ҡалаҡ)
бал – 200 г.
Тәүҙә етен, кунжут, ҡабаҡ орлоҡтарын блендерҙа ваҡлайбыҙ, желатин, йөҙөм, балды ҡушып, тағы 30-60 секунд өйрөлтәбеҙ. Бик шифалы ҡатнашма килеп сыға. Уны быяла банкала һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Көнөнә берәр ҡалаҡлап иртәнге аштан алда ҡабул итергә.
Был ҡатнашма быуындар һыҙлағанда, аяҡтар ауыртҡанда ярҙам итә, һөйәкте нығыта.
Ҡулланырҙан алда табип менән кәңәшләшегеҙ.