Был турала БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә яҙып сыҡты.
"Ген дерматоздары үҙәге Башҡортостанда - беренсе, Рәсәйҙә - өсөнсө шундай учреждение. Республика күптән көтөп алған был үҙәктә 43 меңдән ашыу бәләкәй һәм өлкән пациент квалификациялы медицина һәм медик-социаль ярҙам аласаҡ.
Был «Күбәләк-балалар» профилле хәйриә фонды менән берлектәге проектыбыҙ. Үҙәк Республика тире-венерология диспансеры ҡатнашлығында эшләй башланы.
Пациенттарҙы табиптар командаһы: дерматолог, аллерголог-иммунолог, гастроэнтеролог, эндокринолог, отоларинголог, психолог, шулай уҡ табиптарҙың күсмә бригадаһы күҙәтәсәк һәм дауалаясаҡ. "Бер тәҙрә" режимында юғары технологик тикшереү үтергә, тиҙ генә һөҙөмтәләр алырға һәм белгестәр менән кәңәшләшергә мөмкин", - тиелгән унда.
Сығанаҡ: https://vk.com/agnazarov