Сәләмәт булайыҡ
28 Февраль 2024, 03:00

Һырғанаҡтың мең файҙаһы

...Дүртенсеһе - ҡандағы холестерин кимәлен төшөрә.

Һырғанаҡтың мең файҙаһыҺырғанаҡтың мең файҙаһы
Һырғанаҡтың мең файҙаһы

1. Һырғанаҡ япрағы С витаминына бай, ҡандағы шәкәр кимәлен кәметә.

2. Сәйе һәм төнәтмәһе һалҡын тейеүҙән килешә, иммунитетты нығыта.

3. Япраҡ составындағы серотонин йоҡоно яҡшырта, тынысландыра.

4. Һырғанаҡ япрағы холестерин миҡдары юғары булғанда, шулай уҡ һимереүҙә ҡулланыла.

5. Киптерелгән килеш уны сәй итеп ҡайнаталар һәм гипертония, эсәк боҙолоуы, гиповитаминоз, һалҡын тейеү ауырыуҙары ваҡытында эсәләр, ә әгәр теге йәки был ризыҡҡа йәшелсә һибергә кәрәк булһа йәшел килеш ҡайһы берҙә петрушка йәки укроп урынына ҡулланалар.

6. Һырғанаҡ япрағы төнәтмәһе быуындар ауырыуҙары ваҡытында ҡулланыла (1 аш ҡалағы һырғанаҡ япрағын бер стакан 10 минут һыуҙа ҡайнатырға, көнөнә 2 тапҡыр 1/2 стакан эсергә).

7. Гиповитаминоз ваҡытында сәйен эсергә: 5 г ҡоро япраҡты 1 стакан ҡайнар һыу менән ҡайнатырға.

8. Ашҡаҙан-эсәк юлы боҙолған осраҡта япраҡтарҙан һәм һырғанаҡ ботаҡтарынан төнәтмә ҡулланалар.

9. Тире ауырыуҙары ваҡытында һырғанаҡ ботаҡтарынан һәм япраҡтарынан төнәтмә менән ванналар ҡабул итәләр.

10. Үҫемлектең япраҡтарында һәм емештәрендә ҡан тамырҙарында тромбтар барлыҡҡа килеүенә ҡамасаулаған кумарин бар.

11. Һалҡын тейеү ауырыуҙары булғанда, бер тигеҙ итеп алынған япраҡтарҙан, ромашка һәм һары мәтрүшкә сәскәләренән сәй ҡайнатырға мөмкин.

12. Һырғанаҡ япрағынан сәй стоматит һәм периодонтитты дауалауҙа һөҙөмтәле.

13. Һырғанаҡ япрағы төнәтмәһен шәкәр диабеты (шул иҫәптән ҡан тамырҙары өҙлөгөүҙәре менән), анемия, ашҡаҙан язваһы ауырыуы, бауыр ауырыуҙары, һалҡын тейеү, атеросклероз һәм гипертония ваҡытында эсәләр.

Һәм башҡалар.

Фото: Инзирә Баязитова

Сығанаҡ: Ленивый огород

Һырғанаҡтың мең файҙаһы
Һырғанаҡтың мең файҙаһы
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас