Сәләмәт булайыҡ
3 Март 2024, 02:00

Аҡһымдарға бай һәм глютены булмаған печенье

Гөлназ Ибраһимова сәләмәтлек өсөн бик файҙалы булған печенье рецебы менән бүлешә.

Аҡһымдарға бай һәм глютены булмаған печеньеАҡһымдарға бай һәм глютены булмаған печенье
Аҡһымдарға бай һәм глютены булмаған печенье

Сәләмәт тормошто пропагандалаған һәм үҙе лә сәләмәт тормош алып барған блогер Гөлназ Ибраһимова гүзәл заттар өсөн дөрөҫ туҡланыу, нисек ябығыу буйынса төрлө кәңәштәре менән социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә бик йыш уртаҡлаша. Бөгөн ул аҡһымдарға бай һәм глютены булмаған печенье бешерергә өйрәтә.

Уның өсөн кәрәк:
1 ст. ҡыҙыл чечевица
4 аш ҡалаҡ һыу
2 аш ҡалағы үҫемлек майы
4 аш ҡалағы псиллиум
бер семтем тоҙ һәм сода
1 бал ҡалағы алма һеркәһе (уксус)

Төнгөлөккә чечевицаны ебетергә ҡалдырабыҙ һәм иртәнсәк әҙерләп бешерәбеҙ.

-яҡшы итеп йыуабыҙ һәм блендер аша үткәрәбеҙ
-4 аш ҡалағы һыу һәм 2 аш ҡалағы май ҡушабыҙ
-4 аш ҡалағы псиллиум һалып яҡшы итеп болғатабыҙ
-бер семтем тоҙ, сода һәм бер бал ҡалағы алма һеркәһен һалып бутайбыҙ.
-яҡшы итеп болғатҡандан һуң 5 минут тотабыҙ һәм формалар эшләп 180⁰ с йылынған духовкаға ҡуябыҙ һәм 25-30 минут тирәһендә бешеп сыға.

Фото: видеонан скриншот.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас