1 марттан 21 мартҡа тиклем “Беҙҙең ҡояш балалары” Даун синдромлы балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе уҡытыу, коррекция, консультация төбәк ресурс үҙәге тарафынан әлеге көнгә арналған саралар үткәрелә. Улар “Даун синдромлы кешеләргә 21 көндө бағышлайбыҙ” тигән саҡырыу аҫтында уҙа.
Әлеге өс аҙна дауамында планға алынған саралар Даун синдромлы кешеләр тураһында мәғлүмәтте киңерәк таратыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Уның барышында семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар, флэшмобтар, акциялар, консультациялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү ҡаралған.
7 – 15 мартта “Ҡояш матурлығы – Даун синдромлы ҡыҙҙар ҡатнашлығында дефиле” республика онлайн-конкурсы үтә.
11 – 19 мартта ижади эш авторҙары араһында “Һәр йөрәктә – ҡояш” тип аталған республика онлайн-конкурсы ойошторола.
Шулай уҡ Даун синдромлы балалар менән эшләгән белгестәр өсөн республика онлайн-семинары уҙасаҡ. Ул “Даун синдромлы балаларҙы психолог-педагог оҙатыуы” тигән темаға арналған.
Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында (национальный проект “Здравоохранение”) билдәләнгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Фото: catalog-photo.ru