Сәләмәт булайыҡ
13 Март 2024, 14:00

Яҙғыһын нисек туҡланырға?

Организмыбыҙ ошо ваҡытта бигерәк тә витаминдарға мохтаж...

Яҙғыһын нисек туҡланырға?Яҙғыһын нисек туҡланырға?
Яҙғыһын нисек туҡланырға?

Нутрициолог Екатерина Стасюк фекеренсә, яҙғы рацион майҙар, аҡһымдар һәм углеводтарға бай булырға тейеш. Шулай уҡ унда витаминдары һәм минералдары күп булған аҙыҡ-түлек өҫтөнлөк итһә, икеләтә яҡшы буласаҡ. Белгес яҙғы көндәрҙә күберәк ябай һыу йәки үлән сәйҙәре эсергә кәңәш итә.

“Шулай уҡ емеш-еләк ярҙамында яңы һығып алынған һуттар эсергә мөмкин, тик көнөнә ике стакандан артығын эсергә ярамай икәнен күҙ уңында тотоғоҙ”, – ти Екатерина Стасюк.

Бынан тыш, яҙғы иртәнге аш мотлаҡ аҡһымлы аҙыҡтарҙан һәм бутҡаларҙан, төшкө аш – итһеҙ һурпанан, бешкән йәки быҡтырылған икенсе аштан һәм еңел салаттан торорға тейеш. Ә киске ашҡа нутрициолог йәшелсә салаттарын, балыҡты, емеш-еләкте йәки һөт ризыҡтарын һайларға кәңәш итә.

"Яҙ аҙыҡ-түлеккә эксперимент яһай торған ваҡыт түгел. Ҡағиҙә булараҡ, был ваҡытта гиповитаминоз күҙәтелә, шуға күрә экстремаль диеталар организмды көсһөҙләндерергә мөмкин”, – тип һығымта яһаны Екатерина Стасюк.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас