Сәләмәт булайыҡ
24 Март 2024, 04:00

Битегеҙ шымарып, һырҙар яҙылып китер

Был файҙалы битлекте яһау өсөн өс кенә ингредиент кәрәк. 

Битегеҙ шымарып, һырҙар яҙылып китерБитегеҙ шымарып, һырҙар яҙылып китер
Битегеҙ шымарып, һырҙар яҙылып китер

Алоэ гөлөнөң һуты төрлө йәһәттән файҙалы булыуы элек-электән билдәле.

Косметология өлкәһендә лә, халыҡ медицинаһында ла киң ҡулланыла ул. Косметологияла ул тирене дымландырыусы, тынысландырыусы, елһенеүҙе баҫыусы сифаттары менән ҡиммәтле. 

Һеҙҙең иғтибарға бит, муйын тирәһенә һөртөү өсөн ябай ғына битлек тәҡдим итәбеҙ.

Уның өсөн бары өс ингредиент кәрәк: алоэ гөлөнөң һуты, крахмал һәм дарыуханала һатылған Е витамины.

Бер балғалаҡ алоэ һутына ярты балғалаҡ крахмал, 10 тамсы Е витамины ҡушып яҡшылап болғарға. Бер төрлө ҡатнашма килеп сыҡҡас, уны биткә, муйын тирәһенә һөртөп, 15-20 минутҡа ҡалдырабыҙ. Унан инде йылы һыу менән йыуабыҙ.

Фото: 101hairtips.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас