Сәләмәт булайыҡ
25 Март 2024, 13:30

Бер йылда 107 миллиард һум!

Был аҡса республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Һәм һөҙөмтә күренә лә. 

Бер йылда 107 миллиард һум!Бер йылда 107 миллиард һум!
Бер йылда 107 миллиард һум!

2023 йылда Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә 107 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков ошо турала белдерҙе.

Төбәктең һаулыҡ һаҡлау тармағының матди-техник базаһын яңыртыу буйынса системалы эш үҙ эсенә медицина ярҙамы инфраструктураһын үҫтереүҙе – яңы учреждениелар төҙөүҙе һәм булғандарын яңыртыуҙы, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы ала, шул иҫәптән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә.

– 2023 йылда Башҡортостанда биш ҙур һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөлгән, ауыл биләмәләрендә 98 тиҙ төҙөлгән модуль конструкцияһы, шул иҫәптән 84 фельдшер-акушерлыҡ пункты, туғыҙ табип амбулаторияһы, биш дөйөм практика табибы офисы ҡуйылған, – тине Роберт Иштуков. – Дөйөм суммаһы 1,3 миллиард һумға 4 233 берәмек медицина ҡорамалы һәм 203 миллион һумдан ашыуға беренсел звено өсөн 185 автомобиль һатып алынды.

Шулай уҡ 2023 йылда республикаға 25 күсмә медицина комплексы ҡайтарылған, улар профилактика саралары өсөн файҙаланыла, 20 берәмек ауыр медицина ҡорамалы – компьютер томографтары, маммографтар, флюорографтар, ангиографтар, рентген-диагностика комплекстары. 

Башҡортостанда медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын һәм асыҡлығын күтәреү өсөн йүнәлештәрҙең береһе – заманса мәғлүмәт технологияларын, яһалма интеллект технологияһы менән программа продукттарын файҙаланыу.

– 2023 йылда яһалма интеллект – Webiomed табиптарҙың ҡарар ҡабул итеүенә булышлыҡ итеү системаһы нигеҙендә медицина практикаһына индерелде, – тине Роберт Иштуков. – Шулай уҡ телемедицинаны үҫтереү буйынса эште дауам итәбеҙ. 2023 йылда “Дистанцион консультациялар үҙәге” аша 100 меңдән ашыу телеконсультация уҙғарылған.

Бынан тыш, Башҡортостан табипҡа яҙылыу проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса илдең иң яҡшы биш төбәге иҫәбенә инде. Ә 2024 йылдан республика беренсел медицина-санитар ярҙамдың һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса пилот проектында ҡатнаша.

Балаларға махсус медицина ярҙамы кимәлен күтәреү 2023 йылдың тағы ла бер мөһим йомғағы булды. Өфөлә балалар эндокринологияһы, муковисцидоз, орфан ауырыуҙар һәм менталь һаулыҡ буйынса дүрт үҙәк асылды. Яңы тыуған сабыйҙарға киңәйтелгән генетик скрининг индереү дөйөм яңы тыуған балалар һанының 99,6 процентын тикшерергә мөмкинлек бирҙе.

Сығыш аҙағында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков Башҡортостан үҙендә танылыу яулаған брендбукты, беренсел звенола процестарҙы стандартлаштырыуҙы һәм Рәсәйҙең иң яҡшы тәжрибәләре нигеҙендә һанлаштырыуҙы берләштергән беренсел звеноның яңы төрөнә – “Башҡортостан поликлиникаһы” стандартына килергә ниәтләүе хаҡында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге беренсел медицина ойошмаларын яңыртыуҙы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе тип атаны.

– Өфө поликлиникаларына, шул иҫәптән балалар поликлиникаларына ремонт менән ярҙам итергә кәрәк. Тәү сиратта насар хәлдә булған учреждениеларҙан башлағыҙ. Эске яҡтан да, фасадтан да бер юлы эшләгеҙ. Һәм, әлбиттә, шунда уҡ ҡорамалдарҙы яңыртығыҙ, тине Радий Хәбиров. – Яңыртыу программаһы 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән, шуға күрә планға ярашлы ремонт үткәрәсәкбеҙ. Быйыл ошо программаға 500 миллион һум бүленде.

2024 йылда яңыртыу программаһы буйынса Өфөнөң 2-се һәм 5-се балалар поликлиникаларында капиталь ремонт үткәрергә ниәтләйҙәр, тип хәбәр итте Роберт Иштуков.

Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ведомствоға һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүлергә һәм республика муниципалитеттарында медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары тураһында доклад әҙерләргә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас