Табипты билдәле бер критерийҙар буйынса һайларға кәрәк. Белгестәр әйтеүенсә, тәү сиратта табиптың ниндәй регалиялары, ғилми эштәре, өҫтәмә әҙерлеге барлығын асыҡларға кәрәк. Табип йыш ҡына квалификацияһын арттырып торһа – был бигерәк тә яҡшы. Былар тураһында мәғлүмәт, ҡағиҙә булараҡ, асыҡ ҡулланылышта бар. Шулай уҡ белгес һеҙ уға мөрәжәғәт итергә йыйынған сир буйынса "йөҙөп" йөрөргә тейеш. Таныштарығыҙҙың фекерен дә иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Әгәр табип оҡшаһа, башҡа пациенттарға ярҙам итер өсөн, ыңғай баһалар бирергә лә онотмағыҙ.
Ҡайһы бер осраҡтарҙа кеше табиптың яҙған дауалауында шикләнеп, консультация һорап икенсе белгескә мөрәжәғәт итә. Унда бөтөнләй икенсе кәңәш бирһәләр йәки дауалау яҙһалар, пациент аптырап ҡала. “Табиптың һығымтаһында шикләнгән йәки ике белгескә барып та, ҡапма-ҡаршы фекерҙәр алған кешеләр бар. Мәҫәлән, бер табип бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй, барыһы ла үҙе үтәсәк тиһә, икенсеһе иһә ашығыс операция тәҡдим итә. Бындай осраҡтарҙа һеҙгә өсөнсө табипҡа күренергә кәрәк”, – тип кәңәш бирҙе Мәскәү Һаулыҡ һаҡлау департаментының пациенттар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт ойошмалары советы рәйестәше Игорь Цикорин.
Әммә һөҙөмтәлерәк вариант та бар, тине белгес. Ике күсермәне лә алып, бүлек мөдире йәки клиника етәкселегенә барып, табип комиссияһын йәки консилиум тәғәйенләүҙе һорарға кәрәк. Ул ваҡытта нисә белгес ҡатнашҡан йыйылышта һығымталарҙы баһалап, дөрөҫ ҡарар ҡабул итәсәктәр.
Айрат Нурмөхмәтов фотоһы.