Башҡортостандағы һәр бишенсе бала һимеҙлектән йонсой. Бәләкәстәрҙең артыҡ тән ауырлығы, нигеҙҙә, уларҙың дөрөҫ туҡланмауы һәм физик йәһәттән әүҙем булмауына бәйле. Балалар эндокринологы Олег Малиевский белдереүенсә, был – үҙенә күрә эпидемия һәм ул үҫешкән илдәргә лә ҡағыла. Әйткәндәй, 8 – 14 апрелдә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Калорияларҙы иҫәпләү аҙналығын иғлан итте.
“30 йылдан ашыу һимеҙлектән йонсоған пациенттар менән эшләйем. Ун йыл элек, физик күнекмәләрҙең мотлаҡ кәрәк икәнлеге тураһында һөйләй башлағас, ата-әсәләр: “Балам 11-се класта белем ала, Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнә, тағы репетиторҙар менән шөғөлләнә. Ваҡыт юҡ!” – тине. Өс-дүрт йыл элек 9-сы класс уҡыусыларының ата-әсәһе лә: “Төп дәүләт имтиханына әҙерләнәбеҙ. Был Берҙәм дәүләт имтиханынан да хәтәрерәк”, – тип белдерҙе. Хәҙер иһә репетиторҙарҙы 1-се кластан яллайҙар. Был балаларҙың физик йәһәттән әүҙемлегенә кире йоғонто яһай”, – тигән фекерҙә медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының госпиталь педиатрияһы кафедраһы профессоры Олег Малиевский.
“Был, ысынлап та, эпидемия. Ул үҫешкән илдәргә лә ҡағыла. Эпидемия критерийы – ниндәй ҙә булһа сирҙең биш проценттан ашыуға артыуы. Балаларҙың һимереүенә килгәндә, былтыр республикала үткәрелгән тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, башланғыс класс балаларында – һигеҙ процент. Тағы 12 процент балаларҙа тән һимеҙлеге артыҡ, йәғни норманан күберәк. Өлкәндәргә килгәндә, хәл тағы ла ҡурҡынысыраҡ: төрлө йәштәгеләрҙең 30-50 проценты һимеҙлектән йонсой”, – ти Олег Артурович.
Был аяныслы хәлгә нимәләр сәбәпсе?
Нәсих Хәлисов фотоһы.