Сәләмәт булайыҡ
10 Апрель 2024, 02:00

Ураҙа ғәйетенә манный ҡоймағы ҡояйыҡ

Бөгөн Ураҙа ғәйете байрамы. Йортобоҙға май еҫтәре сығарып алһаҡ, әрүахтарыбыҙ шатланып китер.

Ураҙа ғәйетенә манный ҡоймағы ҡояйыҡУраҙа ғәйетенә манный ҡоймағы ҡояйыҡ
Ураҙа ғәйетенә манный ҡоймағы ҡояйыҡ

Бөгөн Ураҙа байрамы. Яҡындарығыҙҙы ҡыуандырып, тәмлекәстәр бешереп һыйлап алығыҙ.

2 стакан манный ярмаһы, 0,5 литр ойоған йылы һөт, 2 йомортҡа, 3 аш ҡалағы шәкәр - барыһын бергә болғап, ярты сәғәткә йылы урынға ҡуябыҙ.

Унан һуң 1 стакан он, 1 балғалаҡ сода, 50 грамм көнбағыш майы, 1 балғалаҡ тоҙ һалып, болғата-болғата 1 стакан тирәһе ҡайнап торған һыу ҡоябыҙ ҙа барыһын бергә болғатабыҙ.

Ҡоймаҡ ҡоябыҙ. Бешергән береһен майлап ебәрһәң, иҫ киткес тәмле ризыҡ әҙер.

Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас