Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Апрель , 19:50

Бөгөн “Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында яҙған.

Бөгөн “Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты
Бөгөн “Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Сәләмәтлек поездары” эше тураһында яҙған. Уның билдәләүенсә, йыл һайын үткәрелгән “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһында быйыл медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһы 331 ауыл биләмәһендә буласаҡ. “Бөгөн беренсе бригадалар Башҡортостан буйынса юлланды. Маҡсатыбыҙ – республикала йәшәгән һәр кемдең үҙенең сәләмәтлеген тикшереү – анализ тапшырыу, флюорография, ЭКГ, башҡа тикшеренеүҙәр эшләтеү мөмкинлеге булһын”, - тип яҙған республика етәксеһе.

Бригадалар составында терапевтар, педиатрҙар, хирургтар, акушер-гинекологтар, башҡа белгестәр бар. Теге йәки был сирҙән күпләп үлем теркәлгән райондарға республика ойошмаларының күсмә модулдәре ебәрелә.

Радий Фәрит улы Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренә алдан яҙылыуҙың кәрәк түгел икәнлеге тураһында яҙған. Табиптар ҡулдарында шәхесен танытҡан документтары булғандарҙы ҡабул итә. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары сиратһыҙ хеҙмәтләндерелә.

"Сәләмәтлек поездары"ның маршруттары - түбәндәге карточкаларҙа.

Фотолар, сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Бөгөн “Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты
Бөгөн “Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты
Бөгөн “Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты
Бөгөн “Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты
Бөгөн “Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты
Бөгөн “Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: