Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Апрель , 23:00

Йөрәк тибеше көслө булғанда, баш бармаҡты ыуалағыҙ

Йоҡлай алмағанда... Ҡытай табиптары даими рәүештә бармаҡтарға массаж эшләп торорға ҡуша. Баҡтиһәң...

Йөрәк тибеше көслө булғанда, баш бармаҡты ыуалағыҙ
Йөрәк тибеше көслө булғанда, баш бармаҡты ыуалағыҙ

Ҡул бармаҡтарына массаж яһап тороу кәңәш ителә.

Баш бармаҡ. Баш бармаҡтағы нөктәләр йөрәк һәм үпкәгә тәьҫир итә. Йөрәк тибеше көслө булғанда, баш бармаҡты массажлағыҙ.

Имән бармаҡ. Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге өсөн яуап бирә. Эс ауыртһа, ризыҡ эшкәртелеүгә бәйле проблемаларығыҙ булһа, ошо бармаҡҡа массаж яһағыҙ.

Урта бармаҡ. Ҡан әйләнешенә бәйле. Күңел болғанһа, баш әйләнһә, йоҡлап китә алмаһағыҙ, урта бармаҡҡа массаж яһағыҙ.

Сығанаҡ бармаҡ. Кәйефкә тәьҫир итә. Кәйеф төшкәндә, депрессиянан, ҡурҡыу хисе тыуғанда ошо бармаҡты ыуырға кәрәк.

Сәтәкәй бармаҡ. Бөйөр эшмәкәрлегенә бәйле. Бөйөр ауырыуҙары ваҡытында белгестәр сәтәкәй бармаҡҡа массаж яһарға кәңәш итә. Баш ауыртҡанда ла организмға был бармаҡ аша тәьҫир итергә була.

Ҡытай табиптары һәр саҡ бармаҡтарға массаж эшләргә ҡушыуы ла юҡҡа түгел икән дә.

Фото: rg.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: