Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Апрель , 14:30

Ҡан биреүҙең дә тәртибе бар

Уға нисек әҙерләнергә?

Ҡан биреүҙең дә тәртибе бар
Ҡан биреүҙең дә тәртибе бар

Республикала 15-21 апрелдә Донорлыҡты популярлаштырыу аҙнаһы дауам итәсәк. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, 500 миллилитрға тиклем дозала ҡан биреү кеше сәләмәтлеге өсөн хәүефһеҙ һәм зыянһыҙ. Даими ҡан биреү донор организмына ыңғай йоғонто яһай.

Ҡан биреүгә нисек әҙерләнергә?

Донация алдынан һәм ҡан биргән көндә майлы, ҡыҙҙырылған, әсе һәм ыҫланған аҙыҡ-түлек, колбаса изделиелары, шулай уҡ ит, балыҡ һәм һөт аҙыҡтары, йомортҡа, май, шоколад, сәтләүек, хөрмә, авокадо, сөгөлдөр, банан ашарға ярамай.

Иң яҡшыһы - варенье менән сәй, һут, морс, компот, минераль һыу, икмәк, бешерелгән ярмалар, макарон, йәшелсә һәм емеш-еләк ҡулланығыҙ.

Медицина учреждениеһына килергә 48 сәғәт ҡалғанда алкоголь ҡулланмағыҙ, ә 72 сәғәткә тиклем составында аспирин һәм анальгетик булған дарыуҙар эсмәгеҙ. Процедураға тиклем бер сәғәт ҡалғанда тәмәке тартыуҙан тыйылығыҙ.

Иртәнге сәғәттәрҙә ҡан бирергә тырышығыҙ, был ваҡыта процедура еңелерәк үтә. 12.00 сәғәттән һуң даими донорҙарға ғына ҡан биреү тәҡдим ителә.

 Төнгө дежур итеүҙәрҙән йәки йоҡоһоҙ төндән һуң ҡан биреүҙе планлаштырмағыҙ.

 Шулай уҡ имтихандар, ярыштар алдынан ҡан бирергә тәҡдим ителмәй.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: