Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Апрель , 18:40

Изгелек аҡсаға ҡылынмай

Донорлыҡ финанс файҙа сығанағына әйләнгәндә, аҡсаға мохтаждарҙы йәлеп итеү, инфекциялы ҡан алыу  хәүефе арта...

Изгелек аҡсаға ҡылынмай
Изгелек аҡсаға ҡылынмай

Ҡан хеҙмәтенең бурысы – ирекле һәм бушлай донорлыҡты үҫтереүҙә. Ни өсөн ҡан коммерция продуктына әүерелмәҫкә тейеш? Донорлыҡ финанс файҙа сығанағына әйләнгәндә, аҡсаға мохтаждарҙы йәлеп итеү хәүефе арта. Бик күп тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, матди ҡыҙыҡһыныу – хәүефтең төп факторы. Ҡан биргәндә ҡайһы берәүҙәр йыш ҡына сәләмәтлеге торошон йәшерә, һөҙөмтәлә инфекциялы ҡан алыу ҡурҡынысы арта. Әлбиттә, бындай ҡан юҡ ителәсәк, тик шул рәүешле ваҡыт һәм инструменттар сарыф ителеүе йәл.

Ирекле донорҙар ҡандың хәүефһеҙ запасы һәм компоненттары менән тәьмин итеүҙә төп нигеҙ булып тора. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 62 ил йөҙ процент менән ирекле донорлыҡ кимәленә өлгәшкән. Ошо иҫәпкә яңыраҡ Төркиә, Таиланд, Уганда илдәре ингән.

Изгелекте аҡсаға һатып алып булмай, тормоштоң иң юғары ҡиммәте – кешегә бушлай ярҙам күрһәтеүҙә. Ирекле рәүештә бушлай ҡан биреүсе донорҙар һаны артыуы – социаль мөхиттең яҡшырыу, гражданлыҡ йәмғиәте позицияһының көсәйеү күрһәткесе ул.

Фото: https://vk.com/yadonorufa

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: