Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Апрель , 20:40

Республикала балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге эшләй

Яңы үҙәктең нисек эшләүен үҙ күҙебеҙ менән күрҙек.

Республикала балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге эшләй
Республикала балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге эшләй

Быйыл 2 февралдә Республика балалар клиник дауаханаһында Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге асылды. Онкология, гематология һәм иммунология сирҙәре менән интеккән балаларға юғары технологиялы махсус ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән.

Бөгөн был медицина ойошмаһының эш һөҙөмтәләре тураһында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин журналистар менән матбуғат турын үткәргәндә һөйләне.

 – Юғары заман ҡорамалдары менән йыһазландырылған комплекс 92 урынға иҫәпләнгән. Яңы асылған үҙәктә 150-нән ашыу инвазивлы манипуляция һәм 37 әмәлиәт эшләнде. Үҙәк командаһы формалашҡан һәм эшләй. Бөгөн пациенттарҙың дауаланыуы, бында булдырылған уңайлылыҡтарҙы үҙ күҙебеҙ менән күрҙек. Яңы технологияларҙы ҡулланыуҙы дауам итәбеҙ һәм әмәлиәт исемлеге ҙурайғандан-ҙурая. Киләһе этап – електе трансплантациялау. Беренсе операцияларҙы быйыл йәй эшләүҙе планлаштырабыҙ, – тине Айрат Рәзиф улы. – Элек Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында дауаланған 60 бәләкәй пациент хәҙер республикала дауалана. Беҙҙең өсөн заманса ҡорамалдарҙан файҙалана алыу мөмкинлеген булдырыу, балаларҙың үҙебеҙҙә иң яҡшы диагностика алыуы, дауаланыуы мөһим.

Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөү тураһындағы ҡарар Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тарафынан ҡабул ителде һәм уның етәкселегендә төҙөлдө. Бинаның беренсе ташы 2021 йылдың сентябрендә һалынды. Былтыр декабрҙә файҙаланыуға әҙер булған бина Республика балалар клиник дауаханаһына тапшырылған. Бөгөн ете ҡаттан, 17,7 мең квадрат метр майҙандан торған бинала балаларҙың дауаланыуы, медицина хеҙмәткәрҙәренең эшләүе өсөн яҡшы шарттар булдырылған, онкология, гематология һәм иммунология сирҙәрен дауалау, диагностикалау өсөн тәғәйенләнгән яңы заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Эштәр “Балалар һаулыҡ һаҡлау үҫеше” проектына ярашлы алып барылған. Проекттың дөйөм суммаһы – 4 миллиард һум. Республика бюджетынан – 2,5 миллиард һумдан ашыу, федераль бюджеттан 1,5 миллиард һум аҡса бүленгән. Үҙәк проекты академик, Дима Рогачев исемендәге  Балалар гематологияһы, онкологияһы һәм иммунологияһы ғилми-медицина тикшереүҙәр үҙәге президенты Александр Румянцев тарафынан килешелгән. Ул үҙәкте асыу тантанаһында ҡатнашҡан һәм уның төбәктәге иң яҡшыһы икәнлеге тураһында әйткән.

Үҙәктә иммунология, молекуляр биология лабораторияһы, гемопоэтинлы олон күҙәнәктәрен трансплантациялау, анестезиология һәм реанимация, онкология һәм гематология бүлексәләре, операциялар блогы, көндөҙгө стационар һәм башҡалар бар.

Республика балалар онкология һәм гематология үҙәгендә ауыр процедураларҙы үткән малай-ҡыҙҙарҙың күңелен күреү өсөн урында барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Ул сағыу һүрәтле, иркен коридорҙарҙан уйын бүлмәләренә тиклем йыһазландырылған. Бынан тыш, “Уҡыйбыҙ, беләбеҙ” федераль госпиталь мәктәбе урынлашҡан, ислам һәм христиан конфессиялары вәкилдәре өсөн доға ҡылыу урындары һәм башҡалар булдырылған.

Автор фотолары.

Ләйсән, Алмас исемле малайҙың әсәһе:

- Алмас– етенсе балам. Былтыр декабрҙә дауалана башлағайныҡ. Ошондай үҙәктең үҙебеҙҙең республикала булыуына һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Юғиһә Балаҡатайҙан Өфөгә килеп, тағы ҡайҙалыр юлланырға тура килер ине.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: