Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Апрель , 07:00

"Яҙғыһын өс үләнде бешереп аша"

Йәш кесерткәндән файҙалы ризыҡтар - турама, аш рецептары - яҙмала.

"Яҙғыһын өс үләнде бешереп аша"
"Яҙғыһын өс үләнде бешереп аша"

Танылған милләтәшебеҙ Гүзәл Ситдиҡова йәш кесерткәндән файҙалы ризыҡтар әҙерләп ашарға кәңәш итә.

– Был әрһеҙ сүп үләне ата-бабаларҙы аслыҡтан ҡотҡарған, дауа сараһы булараҡ та ҡулланылған. Ололар, яҙғыһын өс үләнде (кесерткән, балтырған, ҡуҙғалаҡ) мотлаҡ өс тапҡыр булһа ла бешереп ашарға кәрәк, ти торғайны.

Кесерткән япраҡтарында С витамины лимонға ҡарағанда 2,5 тапҡырға күберәк. Шулай уҡ А, В1, В2 витаминдары, минераль тоҙҙар, төрлө органик матдәләр күп. Кесерткән аҡһымында алыштырғыһыҙ 10 аминокислотаның 9-ы бар. Арығанда, ауырыуҙарҙан өҙлөккәндә ул иң беренсе ярҙамсы. Калий менән кальцийға бай булыуы йөрәккә, ҡан тамырҙарына шифа бирә. Шәкәр ауырыуын, гемоглобин төшөүен, күҙ ауырыуҙарын дауалағанда ла кесерткән беренсе ярҙамсы. Ҡаны ҡуйы булған кешеләргә генә уны һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәңәш ителә. Кесерткәнле аш артынан ҡан шыйығайтыусы сәйҙәр эсеп ҡуйһағыҙ, зыяны булмаҫ.

Кесерткән турамаһы

Кесерткәнде ҡала эсендә, юл буйҙарында йыйырға ярамай, ул нитрат туплай. Таҙа ерҙән йыйылған 300 грамм йәш үҫемлекте ҡайнар һыуҙа бешекләргә, 200 грамм юл япрағы, 50 грамм бәпембә япрағы, бер ус йәшел һуған менән ҡушып турарға, ҡаты бешкән ике-өс йомортҡаны ваҡлап ҡушырға, тоҙ, шыйыҡ май, ҡаймаҡ өҫтәргә.

Кесерткән ашы

Кесерткәнде итле һурпаға һалып та, “ҡоролай” ҙа бешерергә була. Итһеҙ бешергәндә кәрәк була:

кесерткән – бер услам (100-200 грамм), өс бәрәңге, бер-ике кишер, бер баш һуған, 2,5-3 литр һыу, тәменә ҡарап тоҙ, тәмләткестәр, ике йомортҡа (мотлаҡ түгел), аҡ май йәки шыйыҡ май (үҙегеҙгә оҡшағанса).

Һыуҙы ҡайнатып сығарғас, бәрәңге турап һалына, ул бешә торғансы, кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, өҫтәп ебәрәһең. Башлы һуғанды ваҡлағас, майҙа ҡыҙҙырып алырға була, шул көйө лә һалырға мөмкин. Кесерткәнде башта һалҡын һыуҙа йыуып, ҡайнар һыу менән бешекләп алаһың. Сағылыуҙан ҡурҡмаһаң, бешекләмәй генә лә турарға була. Был хатта быуын һыҙлағанда файҙалы ла.

Кесерткәнде башҡа үҫемлектәр артынан һалғас, бер нисә минуттан әҙер ҙә була. Ҡаты итеп бешерелгән ике йомортҡаны ваҡ ҡына итеп турап, ашҡа һалаһың. Табынға ҡаймаҡ менән бирһәң, телеңде йоторлоҡ булыр.

Сығанаҡ: "Сәләм" телеканалы төркөмө.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: