Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
18 Апрель , 10:30

Ҡан тапшыр, изгелек ҡыл!

Кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарырһығыҙ.

Ҡан тапшыр, изгелек ҡыл!
Ҡан тапшыр, изгелек ҡыл!

Кеше ғүмеренән дә ҡәҙерлерәк әйбер юҡ был донъяла. Тик шуныһы: ул бик нескә генә, кинәт өҙөлөүе ихтимал. Бына ошондай осраҡтарҙа ҡан кәрәк була. Арабыҙҙа күптәр донацияға барғандыр һәм был ғәмәлде бик ябай хәл тип кенә ҡабул итәлер. Әммә улар тапшырған ҡан әллә күпме кешегә йәшәү бәхетен бүләк итә.  20 апрелдә Рәсәйҙә Донор көнө билдәләнә. Ошо дата айҡанлы Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Ҡан донорлығын популярлаштырыу аҙналығын иғлан итте. Нисек ҡан тапшырырға? Донация организмға нисек тәьҫир итә? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Республика ҡан тапшырыу станцияһының донорҙар ҡанын әҙерләү бүлеге етәксеһе Фирүзә Хәлиловаға мөрәжәғәт иттек. Әйткәндәй, ул 2008 йылдан алып медицинала.

Фирүзә Мәүхәт ҡыҙы, гәзит уҡыусыларыбыҙға ҡан тапшырыу процедураһы тураһында һөйләһәгеҙ ине.

- 500 миллилитр күләмендә ҡан тапшырыу кеше сәләмәтлеге өсөн зыянлы һәм хәүефле түгел. Өҫтәүенә, даими ҡан тапшырыу донорҙың организмына ыңғай йоғонто яһай. Бынан тыш, кемгәлер ярҙам итеү кешенең кәйефенә ыңғай йоғонто яһай. Тағы күҙәнәктәр алмашыныуы өсөн бигерәк файҙалы, был бигерәк тә ир-егеттәргә кәрәк. Донация кеше иммунитетына ла ыңғай тәьҫир итә.

– Ҡан тапшырыуға нисек әҙерләнергә?

–  Ҡан тапшырған һәм унан алдағы көндә майлы, ҡыҙҙырылған, ыҫланған аҙыҡ-түлек, колбаса, шулай уҡ ит, балыҡ, һөт аҙығын, май, шоколад, сәтләүек, финик, авокадо, сөгөлдөр, банан ашарға ярамай. Ә бына ҡайнатылған сәй, һут, компот, морс, минераль һыу эсергә, икмәк, сушки, ярма, майһыҙ макарон, йәшелсә-емеш, авокадо, сөгөлдөр, банандан тыш, ашарға мөмкин. Ҡан тапшырған кешенең еңелсә ашап килеүе яҡшыраҡ.

- Буласаҡ донорға нимәләргә эшләргә ярамай?

- Ҡан тапшырыу ойошмаһына барырҙан 48 сәғәт алда алкоголле эсемлек эсергә, 72 сәғәт алдан аспириндан һәм анальгетиктан торған дарыу ҡулланырға ярамай. Донация процедураһына тиклем бер сәғәт алдан тәмәке тартмаһындар.

- Ҡасан һәм ҡайҙа ҡан тапшырырға мөмкин?

- Иртән организм ҡан юғалтыуҙы яҡшыраҡ үткәрә, шуға донация мөмкин тиклем иртәрәк атҡарылһа, процедура шул тиклем еңелерәк кисерелә. 12 сәғәттән һуң даими донорҙарға ғына ҡан тапшырыу кәңәш ителә. Төнгө дежурлыҡтан йәки йоҡоһоҙ төндән һуң ҡан тапшырыуҙы планлаштырмағыҙ. Шулай уҡ ярыш, имтихан, ҡыҙыу эш барышында һәм башҡа көсөргәнешле ваҡыттарҙа ҡан тапшырмау хәйерлерәк.

Кем ҡан тапшырырға теләй, уларҙы баш ҡаланың Батыр урамы, 41/1-се йорт адресы буйынса урынлашҡан Республика ҡан тапшырыу үҙәгендә көтәбеҙ. Унан тыш, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Бөрө, Нефтекама, Белорет, Октябрьский ҡалаларында урынлашҡан филиалдар бар.

- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

Фото: Фирүзә Хәлилованың шәхси архивынан.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: