Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
18 Апрель , 20:00

Ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырмайынса ла дауаланып була

Аварияға эләгеп, аяҡтарымды бөртөкләп йыйҙылар. Бер йыл эсендә 19 операция эшләнеләр, аҙаҡ профессор, ҡырмыҫҡа иләүенә ултыр, тип ҡайтарып ебәрҙе... 

Ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырмайынса ла дауаланып була
Ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырмайынса ла дауаланып була

Ҡырмыҫҡа иләүе ярҙамында дауаланыу алымы борон-борондан билдәле булған. Тик ҡайһы берәүҙәр иләүҙе туҙҙырып, уның өҫтөнә баҫа йәки тоҡҡа һалып алып ҡайта. Былай эшләргә һис тә генә ярамай. Һеҙҙең иғтибарға ҡырмыҫҡалар ярҙамында һауыҡҡан кешеләрҙең яҙмаларын тәҡдим итәбеҙ.

Гүзәл Ғүмәрова:

"Мин бер ваҡыт баҫҡыстан йығылып, аяғыма ныҡ ҡына йәрәхәт алғас, Аллаһ Тәғәләнең ярҙамы менән осраҡлы ғына бер ҡатын менән танышып, ул миңә еңел генә дауаланыу ысулын өйрәтте. Күп тапҡыр яҙып та сыҡтым инде һорағандарға.

Үҙе ябай ҙа, үҙе бер тин аҡса ла сығармайынса дауаланыу ысулы — ҡырмыҫҡа иләүенә ултырыу. Ул ҡатын: “Аварияға эләгеп, аяҡтарымды бөртөкләп йыйҙылар. Бер йыл эсендә 19 операция эшләнеләр, аҙаҡ профессор ҡырмыҫҡа иләүенә ултыр тип ҡайтарып ебәрҙе. Миңә өс тапҡыр ултырыу етте, шунан һауыҡтым, әлхәмдүлилләһ”, - тип һөйләгәйне. Мин дә шул ысул менән шифаланып, һеҙгә лә тәҡдим итәм.

Кемдәрҙер ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырып өйгә алып ҡайтҡан осраҡтарын да ишеткәнем бар, тик улай шифаланам тип, киреһенсә, ҡырмыҫҡаларҙың рәнйешен дә алырға мөмкин бит. Иң яҡшыһы — үҙеңә урманға барыу. Урманға барып, ҡырмыҫҡа иләүенең өҫтөнә түгел, ситенә генә аяҡты ҡуйып ултырыу ҙә етә. Ҡырмыҫҡалар алмашлап менә баралар, шифаларын ебәргәс, төшә баралар. Улар организмға, һөйәккә нимә етмәй, шул матдәне эшләп, бүлеп сығара. Һөйәк яңырып китә. Күпме түҙеп ултыра алаһығыҙ (15, 20, 25 минутмы), шул тиклем шифаһы күберәк була. Миңә үҙемә ике тапҡыр барыу етте, сөбхәналлаһ. Аҙған сирҙәр осрағында күберәк кәрәктер. Тик көн дә барырға ярамай, ике-өс көндән, аҙнаға бер тапҡыр булһа, бигерәк тә яҡшы, алған дауа яйлап тарала. Тик дауаланыр алдынан ихлас күңел менән Аллаһ Тәғәләнән шифаландырыуын һорарға онотмағыҙ, сөнки ауырыуҙы ла, дауаһын да, шифаларын да тик Ул – бөйөк Раббыбыҙ – Аллаһ Тәғәлә генә бирә. Дауаланғас та, “Әлхәмдүлилләһ” – Аллаһ Тәғәләгә шөкөр, рәхмәт, тип рәхмәтегеҙҙе белдерергә онотмағыҙ. “Ҡамасаулағаным өсөн һеҙҙән ғәфү үтенәм, биргән дауаларығыҙ өсөн, ҡырмыҫҡалар, һеҙгә лә рәхмәт”, тип тә әйтһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә шифаланыу ғына түгел, сауап та алырһығыҙ, ин шәә Аллаһ. Шифалары тейһен һәр кемгә лә! Әмин".

Маһинур Йәғәфәрова:

“Бисмилләһир-рахмәнир-рахиим! Ике тапҡыр өйлә намаҙынан һуң ике рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡып, Аллаһ Раббыбыҙҙан шифа һорап, барып килдем ҡырмыҫҡалар иләүенә. Беренсе тапҡыр барыуҙа уҡ һиҙелеп тора үҙгәреш яҡшы яҡҡа икәне. Был шифаланыу ысулын яҙған ханыма бик рәхмәтлемен”.

Автор фотоһы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: