Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Апрель , 19:00

Бар ауырыуҙы һурып ала

Аяҡтарығыҙ рәхмәт әйтһен тиһәгеҙ, түбәндәге ысулды иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Бар ауырыуҙы һурып ала
Бар ауырыуҙы һурып ала

Аяҡтарығыҙ рәхмәт әйтһен тиһәгеҙ, түбәндәге ысулды иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Тасҡа йәки биҙргә 2-3 литр йылы һыу ҡойоп, кер һабыны төшөрөп иҙәбеҙ, һыу һөт шикелле ағарырға тейеш. Уға бер ус сода һәм диңгеҙ тоҙо өҫтәп, улар иҙелгәнсе болғатырға. Шунан аяҡ түҙерлек дәрәжәгә тиклем ҡайнар һыу ҡойоп, 10 тамсы йод тамыҙырға. Ошо ҡатнашмалы һыуҙа аяҡтарҙы 15 минут тоторға кәрәк. Артығы ярамай! Был һыу аяҡтың бар ауыртыуҙарын, арыуҙарын һура. Аяҡтарҙы ҡоротоп, крем йә шифалы май, йә зәйтүн майы һылап, тышынан йөн туҡымалы нәски кейеп йоҡларға ятырға.

Был һыуҙы өс тапҡыр ҡулланырға була. Һәр ваҡыт уны эҫетергә һәм тағы 10 тамсы йод өҫтәргә кәрәк. Ошолай 10-12 процедура алғанда (көн һайын) һөҙөмтәһе тиҙ үк һиҙелер. Шунан туҡтатып торорға, ә артабан инде үҙегеҙҙең һаулыҡ торошона ҡарап, йәғни аяҡтарҙа ауыртыу һиҙелгәндә ҡабатларға. Ә кемдең ҡан тамырҙарында проблема һыуҙы ныҡ эҫе итергә кәрәкмәй.

Фото:mykaleidoscope.ru

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: