Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Апрель , 20:10

Министр акцияла ҡатнашырға саҡыра

Бригадалар халыҡтың тәҡдимдәрен иҫәпкә алып төҙөлдө. Мәҫәлән, ҡан әйләнеше сирҙәре күп таралған ауылдарға кардиология үҙәгенең кардиомобиле киләсәк.

Министр акцияла ҡатнашырға саҡыра
Министр акцияла ҡатнашырға саҡыра

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин “Сәләмәт республика– сәләмәт төбәк”акцияһы башланыр алдынан  Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының диагностика модуле әҙерлеген ҡараны.  

– Күсмә модулдә медицина тикшереүе үтеү өсөн тейешле бөтә ҡорамалдар бар. Пациенттар ҡан тапшыра, ҡан баҫымын үлсәй, ультратауыш тикшереүен үтә һәм электрокардиограмма эшләтә ала. Терапевтар һәм тар белгестәр халыҡты ҡабул итәсәк.  Республика халҡын акцияла ҡатнашырға һәм белгестәрҙә тикшеренеү үтергә саҡырам. Алдан яҙылырға кәрәкмәй, медицина тикшеренеүҙәре түләүһеҙ, – тип министр халыҡҡа мөрәжәғәт итте. – Маршруттарҙағы бригадалар халыҡтың тәҡдимдәрен иҫәпкә алып төҙөлдө. Мәҫәлән, ҡан әйләнеше сирҙәре күп таралған ауылдарға кардиология үҙәгенең кардиомобиле киләсәк.

Былтыр Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса ойошторолған “Сәләмәтлек поездары” 150 меңдән ашыу кешене ҡабул итте, 48 меңдән ашыу тикшереү үткәрелде. Тәүге тапҡыр асыҡланған һигеҙ меңдән ашыу сир теркәлде. Бригадалар быйыл да алты маршрут буйынса юлға сығасаҡ. Уларҙың эш графигы менән танышығыҙ:

 https://health.bashkortostan.ru/activity/27005/

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: