Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Апрель , 21:00

Талпан ҡаҙалған осраҡта нимә эшләргә?

Бәләкәй генә бөжәк ҙур бәлә сығара, һаҡ булығыҙ!

Талпан ҡаҙалған осраҡта нимә эшләргә?
Талпан ҡаҙалған осраҡта нимә эшләргә?

“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикалағы медицина ойошмаларына, талпан тешләү сәбәпле, 138 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 65-е – балалар. Был, былтырғы менән сағыштырғанда, 4,2 тапҡырға кәмерәк (582 кеше). Шулай итеп, бәләкәй бөжәк ҙур бәлә сғарған.

Уяу булығыҙ, тәбиғәттә, урманда йөрөгәндә, ергә ултырмаҫҡа, үләндә ятмаҫҡа тырышығыҙ. Мәкерле бөжәкте ваҡытында асыҡлау һәм уның ҡаҙалыуына юл ҡуймау өсөн тәнде һәйбәт ҡаплаған кейем кейергә тырышығыҙ. Урман-яландарға сыҡҡанда кроссовка, итек кейегеҙ, салбарҙы ойоҡҡа ҡыҫтырығыҙ, ең остарын ҡаптырығыҙ, баш кейеме хаҡында ла онотмағыҙ. Даими рәүештә өҫ-башығыҙҙы тикшереп тороғоҙ. Эт менән йөрөһәгеҙ, уны ла иғтибар менән ҡарағыҙ.

Әгәр талпан ҡаҙалып өлгөрһә, тартып сығарам тип маташмағыҙ. Һеҙ талпандың кәүҙәһен генә йолҡоп алаһығыҙ, ә башы тороп ҡала һәм шешеү реакцияһы тыуҙыра. Өҫтәүенә бындай талпанды вирустарға тикшереп булмай. Иң яҡшы вариант – травматология пунктына барыу, унда бөжәкте бөтә ҡағиҙәләр буйынса аласаҡтар. Был эш бушлай башҡарыла.

Әгәр үҙаллы эш итергә булһағыҙ, уны ипләп кенә сығарығыҙ. Май, вазелин һөртөү, яндырыу кеүек халыҡ ысулдарын ҡулланмағыҙ, улар ярҙам итмәйәсәк. Талпан ҡаҙалған урынды этил спирты йәки одеколон менән эшкәртегеҙ. Ептән элмәк эшләгеҙ. Элмәкте талпандың башы менән кәүҙәһе араһына ҡуйып, һаҡ ҡына тартығыҙ, бер үк ваҡытта өйөрөлтөгөҙ. Яйлап, киҫкен хәрәкәт яһамай ғына талпанды сығарығыҙ. Талпан ҡаҙалған урынды йод менән эшкәртегеҙ. Бөжәкте ҙур булмаған тығыҙ ҡапҡаслы быяла йәки пластик һауытҡа һалып, эскә дымлы бинт киҫәге һалығыҙ. Талпандың зарарлы инфекция йөрөтөү-йөрөтмәүен белер өсөн уны лабораторияға ике тәүлек эсендә тапшырырға кәрәк.

Фото, сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: