Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Апрель , 08:00

Артыҡ ауырлыҡты кәметеү өсөн шәп рецепт

 Иң мөһиме - ул файҙалы һәм бик еңел эшләнә. 

Артыҡ ауырлыҡты кәметеү өсөн шәп рецепт
Артыҡ ауырлыҡты кәметеү өсөн шәп рецепт

Ҡыш дауамында күптәргә тән ауырлығының артыуы хас. Үлсәүҙәге 2-3 артыҡ килограмм да эсте бошора. Унан бигерәк, артыҡ тән ауырлығы организмға ла насар тәьҫир итә. Һеҙҙең иғтибарға әллә ни мәшәҡәтле булмаған рецепт тәҡдим итәбеҙ. Әгәр берәй компонентына, мәҫәлән, балға аллергия булмаһа, файҙаһы көслө.  Мотлаҡ ярҙам итер.

Төнәтмә өсөн түбәндәгеләр кәрәк:

- 1,5 ҡайнар һыу

- 2 аш ҡалағы эре итеп туралған имбир тамыры

- 1 сәй ҡалағы йәшел сәй

- 2 аш ҡалағы лимон һуты

- 1 сәй ҡалағы бал

Бөтнөк (мята) япрағы ла ҡушырға була.

1. Имбирҙе эре итеп турарға

2. Бөтәһен дә термосҡа һалаһың да ҡайнар һыу ҡойорға. 30 минутҡа ҡуйып торорға һәм эсә башларға ла була.
Көн дауамында литр ярым эсергә тәҡдим ителә, иртәнге кофе урынына ла эсергә була. Йоҡлар алдынан эсмәҫкә кәңәш ителә, сөнки йоҡо осоуы мөмкин һәм бәүел ҡыуыуҙы тиҙләтә. 

Артыҡ килограмдар китә, авитаминоз әҙәйә, иммунитет яҡшыра һәм көнө буйы үҙеңде бик яҡшы тояһың!

Автор фотоһы. 

Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortvk 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: