Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Апрель , 15:10

Ҡатындың ғүмере өсөн 48 сәғәт көрәшәләр...

Сәғәт ярымдан һуң пациенттың йөрәге туҡтай. Артабан...

Ҡатындың ғүмере өсөн 48 сәғәт көрәшәләр...
Ҡатындың ғүмере өсөн 48 сәғәт көрәшәләр...

Өфө ҡала дауаханаһының анестезиолог-реаниматологтары 72 йәшлек ҡатынды ғүмергә хәүеф янаған аритмиянан ҡотҡарып ҡалды. Реанимация һәм интенсив терапия бүлексәһенә ҡаты миокард инфарктынан һуң пациентты килтерәләр. Ике тәүлек буйына үлем менән йәшәү сигендәге ҡатынды ҡотҡарыу өсөн көрәш бара.

Сәғәт ярымдан һуң пациенттың йөрәге туҡтай. Эргәһендә кардиологтарҙың булыуы, 27 минут буйына йөрәк-үпкә реанимацияһын үткәреү арҡаһында уны үлем тырнағынан ҡотҡарып алып ҡалалар. Ҡатын аңына килә. Тик  клиник үлем хәүефе һаман да һағалай, биш көн дауамында реаниматологтар  пациент янынан китмәй. Электр штормы – ғүмергә хәүеф менән янаусы ҡаты аритмия башлана, бер-бер артлы ҡарынсыҡ фибрилляциялары өйәнәктәре башлана. Ваҡытында ярҙам күрһәтелмәгәндә бындай пациенттар һәләк була.  Баш мейеһен һаҡлау һәм тотороҡландырыу өсөн ҡатынды яһалма комаға ебәрәләр. “Электр штормы” башланғандан алып бары туғыҙ көндән һуң ғына пациентты үлем хәүефенән алып ҡалалар. Хәле яҡшырғас, ауырыуҙы кардиология бүлегенә күсерәләр. Ә алты көндән һуң  уны өйөнә оҙаталар.

Бындай хәлдең төрлө урында булыуы һәм яҡында табиптың булмау ихтималлығы бар. “Хөрмәтле пациенттар! Сәләмәтлегегеҙҙе хәстәрләгеҙ һәм ваҡытында табипҡа күренегеҙ, йылына бер-ике тапҡыр электрокардиограмма эшләтегеҙ!” – тигән кәңәш бирә табиптар.

Фото: https://www.ugkb18.ru/ru/info/news/novosti/klinicheskiy-sluchay-48-chasov-doktora-anesteziologi-reanimatologi-borolis-za-zhizn-patsientki/

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: