Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Апрель , 08:00

Аяғыңды фольгаға төр...

Быуындар һыҙлай башлағас, таныш апай ошо ысулды тәҡдим итте

Аяғыңды фольгаға төр...
Аяғыңды фольгаға төр...

Олоғая килгән һайын кешеләр быуындар, айырыуса аяҡ, тубыҡ һыҙлауына зарлана башлай. Шунан китә табиптар буйлап йөрөүҙәр, дауаланыу. Шул уҡ ваҡытта кешеләр традицион булмаған медицинаға ла иғтибар итә. Бер танышым быуындары һыҙлау менән интегә башлағас, уға... фольга менән дауаланып ҡарарға тәҡдим иткәндәр. Ошо ысул тураһында интернетта эҙләп ҡарағас, уның ысынлап та булыуын һәм күптәргә ярҙам итеүен күрергә була.

Алюмин фольгаһы – үҙенсәлекле материал. Ысынлап та, уның менән дауаланып була икән. Был алымды боронғо Ҡытайҙа файҙаланғандар, уны ауырыу ағзаларҙың эше өсөн яуаплы биологик әүҙем нөктәләргә һалғандар.

Барыһы ла фольганың сағылдырыу ярҙамында дауалаусы үҙенсәлектәренә бәйле. Быуындарҙы фольга менән дауалау – иң арзан һәм ябай алымдыр, моғайын.

Был дауа ысулын табип-психотерапевт Вильгелм Рейх уйлап тапҡан. Уның яҙыуынса, фольга менән тымау тейеү, радикулит, муйын остеохондрозы һәм хатта подаграны дауалап була. Ул шулай уҡ ауыртыуҙы, елһенеү билдәләрен юҡ итә. Ауыртҡан урынға һалынған фольга биотоктарҙы меридианға сағылдыра. Был меридиан менән бәйле ауыртҡан урынға тәьҫир итә һәм ауыртыу юғала.

Дауаланыу еңел генә – ауыртҡан урынды (мәҫәлән, аяҡта сығып торған һөйәктәр) ябай фольга менән төрөргә кәрәк. Уны бинт, бау менән нығытырға. Фольганы ауыртҡан урынға ялтыр яғы менән һалырға кәрәк.

Теләһә ниндәй традицион булмаған дауаланыу ысулдарын файҙаланған сыҡта уның ниндәй осраҡта ярамағанын белергә онотмағыҙ. Фольга менән дауаланыу яман һәм яман булмаған шеш, быуында эренләү йәки инфекция процесстары булғанда, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы патологиялары (гипертония, йөрәк сирҙәре), тире йәрәхәтләнеүе йәки дерматологик сирҙәр, йәрәхәтләнгәндән һуң тәүге тәүлектә, йөклөлөк осоронда, металлға аллергия булғанда тыйыла.

Көндөҙ уны ике сәғәткә һәм төнгөлөккә 7-8 сәғәткә ҡалдырырға ярай. Дауаланыу курсы – 10 көн. Аҙаҡ ике аҙнаға ял кәрәк. Әгәр быуынығыҙ һаман ауырта икән, тағы бер курс эшләргә ярай.

Иҫкәртәбеҙ: мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ һәм традицион дауа тураһында онотмағыҙ.

Фото: "Бәйләнештә".

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: