Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Апрель , 14:00

“Бармағы нисәү?”

Өсөнсө балаһы ла алты бармаҡлы булып тыуғас...  

“Бармағы нисәү?”
“Бармағы нисәү?”

Күптән түгел Өфөлә Республика клиник перинаталь үҙәктә ғәҙәти булмаған сабый тыуған. Уның аяғында... алты бармаҡ. Тик ғаилә өсөн был яңылыҡ булмаған, асыҡланыуынса, ҡатындың өс балаһы ла ошондай үҙенсәлек менән донъяға килгән.

Пациент ҡатындың буйы 151 см, ә ауырлығы 145 килограмм булған. Ул дауаханаға ауырына 39 аҙна булған саҡта килгән. Сабый дүрт килограмлыҡ булып тыуған. Бәпес – ғаиләлә өсөнсө малай һәм ағайҙары кеүек үк кесарево операцияһы ярҙамында тыуған. Тик ғаиләлә тыуған сабыйҙарҙың үҙенсәлеге бының менән генә бөтмәй – улар бөтәһе лә алты бармаҡлы булып тыуа икән. Был полидактилия тип атала. Аяҡтарындағы артыҡ бармаҡтар уларға өләсәләренән күскән.

– Ҡатындың артыҡ тән ауырлығы булыу сәбәпле, УЗИ ярҙамында малайҙың бармаҡтары һанын күрә алмайҙар. Тик малай тыуыу менән әсә кеше шунда уҡ табиптарға “Бармаҡтарын һанағыҙ. Кәрәгенән күберәк булырға тейеш”, – тигән. Тәүге ике малайын бер йәштәре тулғас Санкт-Петербургҡа алып барып операция яһатҡан, хәҙер уларҙың бармаҡтары бишәр. Яңы тыуған сабыйҙы ла оҙаҡламай ошо операция көтә”, – тинеләр дауахананың матбуғат хеҙмәтендә.

Ә беҙ бәпес менән уның әсәһенә һаулыҡ теләйбеҙ!

Фото: перинаталь үҙәк. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: