Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Апрель , 20:40

Байрамдарҙа поликлиникалар нисек эшләйәсәк?

  Был көндәрҙә диспансерлаштырыу һәм медицина тикшереүҙәрен дә үтергә  мөмкин буласаҡ.

Байрамдарҙа поликлиникалар нисек эшләйәсәк?
Байрамдарҙа поликлиникалар нисек эшләйәсәк?

Яҙ һәм Хеҙмәт, Еңеү көндәренә арналған байрамдар осоронда халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүсе учреждениелар түбәндәге режимда эшләйәсәк:

– травматология пункттары республиканың бөтә район һәм ҡалаларында тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Шулай уҡ Өфөләге 5-се, 8-се, 21-се дауаханаларҙа, Дим районындағы ҡала клиник дауаханаһында һәм Республика балалар клиник дауаханаһында пациенттар ҡабул ителәсәк. Офтальмолог ярҙамын 8-се һәм Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеүҙәр институтында алырға мөмкин;

–29, 30 апрелдә һәм 1, 4, 9,10, 11 майҙа поликлиникалар иртәнге сәғәт 8-ҙән 17:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Медицина хеҙмәткәрҙәрен өйгә (шул иҫәптән кисектергеһеҙ ярҙамды) 16:00 сәғәткә тиклем саҡыртырға мөмкин. Ошо көндәрҙә диспансерлаштырыу һәм медицина тикшереүҙәрен дә үтергә мөмкин буласаҡ;

–ҡатын-ҡыҙ консультациялары 29, 30 апрелдә, 1, 4 ,9, 10 ,11 майҙа пациенттарҙы гинекология тикшереүҙәре өсөн көтәсәк. Ауырлы ҡатындарға ультратауыш скринингы район-ара кабинеттарҙа 29, 30 апрелдә һәм 10 майҙа үткәрелә;

– дарыуханалар һәм дарыухана пункттары 28-30 апрелдә һәм 1, 4, 5, 9-12 майҙа ял көнө графигы буйынса эшләйәсәк. Үҙәк район дарыуханалары – шәмбе графигы буйынса. Ял көнөндә льготалы рецепттар буйынса дарыу препараттарын биреү ваҡлап һатыу бүлектәрендә башҡарыласаҡ.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: