Сәләмәт булайыҡ
25 Апрель 2024, 17:15

Виктор Пономарев менән "Айыҡлыҡ биләмәһе"ндә

Илдең һәр төбәге был алымды үҙләштерергә тейеш.

Виктор Пономарев менән "Айыҡлыҡ биләмәһе"ндәВиктор Пономарев менән "Айыҡлыҡ биләмәһе"ндә
Виктор Пономарев менән "Айыҡлыҡ биләмәһе"ндә

Айыҡ йәшәү рәүешен киң йәйелдереүсе белгес, физиолог, педагог Виктор Пономарев:

- Айыҡлыҡ һүҙен мин һәр төрлө ағыулы матдәләрҙән азат булыу тип аңлайым. Был тәбиғи хәл. Айыҡлыҡ төшөнсәһен киң аудиторияға шулай аңлатабыҙ ҙа.

Мин Башҡортостанда икенсе мәртәбә. Тәүге тапҡыр айыҡ ҡараш тәрбиәләү буйынса семинарҙа булдым. Тәжрибә уртаҡлашыу минең өсөн бик мөһим. Беҙҙең халыҡты айыҡ тормош алып барыуға дәртләндереү йәһәтенән теоретик тәжрибәбеҙ бар. Башҡортостанда иһә был маҡсатта дәүләт ярҙамы, аҡса биреү ҡаралған. Илдең һәр төбәге был алымды үҙләштерергә тейеш, тип иҫәпләйем.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас