Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Апрель , 13:00

“Сәләмәтлек поездары” эшен дауам итә

 Апрель айында өс меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән.

Республикабыҙҙа “Сәләмәтлек поездары”ның эш башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы үткәрелгәндән алып быйыл белгестәр тарафынан  15 557 ҡабул итеү ойошторолдо, 3460 тикшереү, шул иҫәптән 2016 флюорография, 1444 маммография үткәрелде, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Белгестәр 436 пациенттың ҡанында глюкоза кимәленең күтәрелеүен, 583 кешелә – холестерин, 737 кешелә – ҡан баҫымы, 672 кешелә тән ауырлығы юғарылығын билдәләгән.

 Табиптар тәү тапҡыр 281 кешелә социаль әһәмиәтле сир булыуын асыҡлаған. 188 пациентта артериаль ҡан баҫымы юғарылығы менән бәйле сирҙәр диагностикаланған, 28-ендә яман шешкә шик тыуған, 64 кешелә шәкәр диабеты, бер кешелә туберкулез булыуы асыҡланған. Сирҙәр табылғанда йәки ниндәйҙер сиргә шик тыуғанда граждандар  диагнозды асыҡлау өсөн  төрлө дауаханаларға ебәрелгән.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 


“Сәләмәтлек поездары” эшен дауам итә
“Сәләмәтлек поездары” эшен дауам итә
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: