Сәләмәт булайыҡ
18 Май 2024, 13:30

Балалар һаулығын хәстәрләп...

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”ндә быға ҙур иғтибар бирелде.

Балалар һаулығын хәстәрләп...Балалар һаулығын хәстәрләп...
Балалар һаулығын хәстәрләп...

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында кисә башланған “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй асыҡ академияһының икенсе көнө лә йөкмәткеле, сараларға бай булды.

Был ике көндө күптәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды, сәләмәтлектәрен тикшертте. Айырым бер майҙансыҡта кардиолог, терапевт, невролог, гастроэнтеролог, стоматолог кеүек төрлө йүнәлештәге табиптар ҡабул итте. Теләгәндәр ҡан анализын тапшырып холестерин, шәкәр кимәлен белә алды, ҡан, күҙ эсе ҡан баҫымын тикшертте. Табиптар эргәһенән кешенең өҙөлмәүе был проекттың халыҡҡа кәрәкле булыуын сағылдырҙы.

Бөгөн ойошторолған түңәрәк өҫтәлдәрҙең береһе аутизм мәсьәләһенә арналды. “Аутистик спектрҙың боҙолоуын дауалауҙың донъя тенденциялары” тигән темаға һөйләшеүҙә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Владимир Колчин, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, “Бәхет биләмәһе” попечителлек советы фонды рәйесе Каринэ Хәбирова һәм башҡа төрлө министрлыҡ, ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты.

Түңәрәк өҫтәлдә аутистик спектр боҙолоуына тарыған балаларға ярҙам күрһәтеүҙең сифатын арттырыу тураһында һүҙ барҙы. Был йәһәттән өлгәшелгән маҡсаттар ҙа, эшләнәһе эштәр ҙә уртаға һалып һөйләшелде.

Әйтергә кәрәк, бөгөнгө  көндә беҙҙең төбәктә бындай ауырыуға дусар булған балалар махсус ярҙамды Менталь һаулыҡ үҙәгендә ала. Әйткәндәй, бөгөнгө түңәрәк өҫтәлдең модераторы ла ошо учреждениеның баш табибы Таһир Ғизәтуллин ине. Республика клиника психиатрия дауаханаһы баш табибы, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш белгесе -психиатры аутистик спектр боҙолоуына тарыған балаларҙың проблемаларын да яҡшы белә. Тап  Менталь һаулыҡ үҙәгендә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән балалар тулы беренсел диагностика үтә, диагноз, реабилитация маршруты билдәләнә. Унда  11 йүнәлеш буйынса юғары квалификациялы реабилитация ярҙамы күрһәтелеүе, социаль белгестәрҙең консультациялары уҙғарылыуы тураһында әйтте белгестәр. Үҙәктең эшмәкәрлеге форум ҡунаҡтары тарафынан да юғары баһаланды.

Түңәрәк өҫтәлдә төрлө темаларға сығыштар яңғыраны. “Менталь һаулыҡ” проектын тормошҡа ашырыу, аутизмға дусар булған балаларға ярҙамға дәлилләү медицинаһы,  ауырыуҙы иртә асыҡлау, аутизмда клиник һәм фәнни трендтар һәм башҡа һорауҙар күтәрелде, бик күп тәҡдимдәр яңғыраны.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас