Сәләмәт булайыҡ
20 Май 2024, 03:30

Урманайҙар урамында байрам

Халыҡты яңы ФАПта юғары категориялы тәжрибәле фельдшер Рәмзиә Мөхәмәҙиева хеҙмәтләндерәсәк.

Урманайҙар урамында байрамУрманайҙар урамында байрам
Урманайҙар урамында байрам

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының  тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Баҡалы районының Урманай ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Был программаның маҡсаты билдәле – халыҡҡа медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. Медицина учреждениеһында тәүге медик-санитар ярҙамды урманайҙар аласаҡ. Бөтәһе 203 кеше, күпселек өлөшө – пенсионерҙар.

Ауыл район үҙәгенән 45 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Халыҡ яңы ФАП-тың асылыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Уны асыу тантанаһына район хакимиәте һәм үҙәк район дауаханаһы  вәкилдәре килде.

Район етәксеһе Олег Ефимов һәм баш табип Зәбир Ғиздәтуллин ауылдаштарҙы яңы медицина учреждениеһы асылыуы менән ҡотланы. Халыҡты яңы ФАП-та юғары квалификация категорияһына эйә тәжрибәле фельдшер Рәмзиә Мөхәмәҙиева хеҙмәтләндерәсәк. Ул яҡташтарына яңы шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәтәсәгенә бик шат.

Медицина учреждениеһында персонал һәм пациенттар өсөн бүлмәләр, процедура-прививка кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау бинаһы булдырылған. Яңы ҡорамалдар, дистанцион технологиялар ҡулланыу медицина ярҙамы сифатын күпкә яҡшыртасаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Урманайҙар урамында байрам
Урманайҙар урамында байрам
Урманайҙар урамында байрам
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас