"Тәбиғәтебеҙ яҙ етеү менән витаминдарға бай "бүләктәре" менән ҡыуандыра башлай! Ҡайын һыуы менән ҡыуандырһа, әле тубырсыҡтар йыйыу мәле етте!
Ҡарағай тубырсыҡтарының файҙаһы иҫ киткес ҙур: улар баш мейеһендәге инсультты булдырмай.
Тубырсыҡтарҙа йөрәк - ҡан системаһына ыңғай тәьҫир иткән бик күп файҙалы матдәләр бар: улар организмда ҡан йөрөшөн яҡшырта, кислород менән байыта һәм тромб булдырмауҙа мөһим роль уйнай.
Ә беҙҙең урмандарыбыҙ бай - теләк кенә кәрәк, ваҡыт табып, саф һауа һулап, ә һауаһы нисек, файҙалы тубырсыҡтар йыйып ҡайтырға!" - тип яҙған ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.
Фото: Зилә Дәүләтшина