Башҡортостанда “Иң яҡшы табип” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Благовар районының Языков дауаханаһы хеҙмәткәре Зөлфиә Зыя ҡыҙы Ғарипова “Иң яҡшы участка педиатры” номинацияһында еңеүсе булды. Зөлфиә Зыя ҡыҙы медицина тармағында 30 йыл эшләй. Ул Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы һәм “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән наградланған.
– Мин педиатр булып бер участкала утыҙ йылдан ашыу эшләйем. Ошо ваҡыт эсендә күҙ алдымдан балаларҙың бер нисә быуыны үҫте, хәҙер улар үҙҙәре сабыйҙарын ҡабул итеүгә килтерә. Минең эшем тәрән медицина белеменә эйә булыуҙы, иғтибарлылыҡ, сабыйҙар һәм уларҙың ата-әсәләре менән уртаҡ тел табыу оҫталығын талап итә. Бер үк ваҡытта тәүәккәл дә, һаҡ та булыу кәрәк. Педиатрия минең өсөн дарыуҙар һәм процедуралар менән дауалау ғына түгел, шулай уҡ йәш ата-әсәләрҙе тәрбиәләү ҙә, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, дөрөҫ туҡланырға өйрәтеү ҙә.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.