Сәләмәт булайыҡ
22 Май 2024, 09:30

Иң яҡшы реаниматолог ҡайҙа эшләй?

Альберт Минғәзим улын лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Иң яҡшы реаниматолог ҡайҙа эшләй?Иң яҡшы реаниматолог ҡайҙа эшләй?
Иң яҡшы реаниматолог ҡайҙа эшләй?

Республикала “Иң  яҡшы табип” конкурсына йомғаҡ яһалды. “Иң яҡшы анестезиолог-реаниматолог” номинацияһында беренсе урынды Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының 1-се анестезиология һәм реанимация бүлексәһе табибы Альберт Минғәзим улы Латипов алды. Уның хеҙмәт стажы – 14 йыл. Табип Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамоталары менән наградланған.

–Анестезиолог-реаниматолог профессияһы медицинала мауыҡтырғыс һәм мөһим һөнәр. Был өлкәләге белгестәр хирургия, терапия, педиатрия һәм акушерлыҡ менән яҡшы таныш булырға, фармакологияла һәм заман технологияларында пациенттарҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарырға һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итергә һәләтле бөтә инновацияларҙы белергә тейеш. Беҙҙең һөнәр хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен ысынбарлыҡта күрергә мөмкинлек бирә, ә пациенттың сәләмәтлек торошондағы алға китеш һәр саҡ ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо тыуҙыра, – тип яратҡан профессияһы тураһында һөйләне  Альберт Минғәзим улы. Беҙ уны еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас