Сәләмәт булайыҡ
23 Май 2024, 09:30

"Һәр бәпесте ҡулға алыу үҙе мөғжизә!"

Акушер-гинеколог Динар Ғабдрахманов Башҡортостанда үткәрелгән “Иң яҡшы табип” конкурсында йәнә  еңеү яуланы.  

"Һәр бәпесте ҡулға алыу үҙе мөғжизә!""Һәр бәпесте ҡулға алыу үҙе мөғжизә!"
"Һәр бәпесте ҡулға алыу үҙе мөғжизә!"

Уға уңыш һәр саҡ юлдаш.  Дүртенсе “Рәсәй лидерҙары” конкурсы суперфиналисы, “Һаулыҡ һаҡлау” трегы еңеүсеһе,  акушер-гинеколог Динар Ғабдрахманов Башҡортостанда үткәрелгән “Иң яҡшы табип” конкурсында йәнә  еңеү яуланы.  Белгесте алда профессиональ ярыштың федераль этабы көтә.

Динар Ғабдрахманов ихлас күңелдән әсәләрҙең һәм тыуасаҡ сабыйҙарҙың сәләмәтлеге өсөн янып-көйә, борсола, тәжрибәһен һәм белемен уларҙың һаулығын нығытыуға бирә. Уның “Аңлы ата-әсәлек мәктәбе” Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы эргәһендәге Йәштәр парламентының һаулыҡ һаҡлау буйынса эксперт советы тарафынан хуплау тапты.

 “Иң яҡшы табип-24” исеменә республиканың 89 медицина ойошмаһынан 247 белгес дәғүә итте. Конкурс шарттары буйынса, ярышта ҡатнашыусының хеҙмәт стажы кәм тигәндә ун йыл тәшкил итеүе, ә конкурсҡа тәҡдим иткән ойошмала биш йыл эшләүе мотлаҡ.  Республика клиник перинаталь үҙәге акушер-гинекологы, акушерлыҡ-гинекология стационары мөдире ҡатмарлы йөклөлөк һәм бала табыу  осраҡтарын алып бара, консультация бирә, хәүеф төркөмөндәге пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтә.

– Яҡты донъяға тыуған һәр сабыйҙы ҡулға алыу үҙе ҙур мөғжизә һәм әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ шатлыҡ. Яңы күтәренке тойғолар тәүлек әйләнәһенә өҙлөкһөҙ эшләргә көс-дәрт бирә торғандыр, – ти Динар Рөстәм улы.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас