Сәләмәт булайыҡ
29 Май 2024, 06:00

Һиҙгер йөрәк, йылы һүҙ кәрәк

"Өфө халҡына рәхимлектәре, ашығыс ярҙам хеҙмәтенә хөрмәттәре, һәр саҡ ярҙамға килеүҙәре өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә. Айырыуса коронавирус пандемияһы осоронда был асыҡ һиҙелде"

Һиҙгер йөрәк, йылы һүҙ кәрәкҺиҙгер йөрәк, йылы һүҙ кәрәк
Һиҙгер йөрәк, йылы һүҙ кәрәк

Ғүмер буйы һайлап алған һөнәренә, яуаплылыҡ менән башҡарған хеҙмәтенә тоғролоҡ һаҡлаған кешеләр үҙҙәренә ҡарата ҙур ихтирам тойғоһо тыуҙыра. Йылдар дауамында бер үк бурыстарҙы башҡарыу, бер үк коллективта ҡайнашыу, берҙәй маҡсаттар менән йәшәү ялҡытмаймы икән? Был һорауға утыҙ йыл буйы Өфө ҡалаһы Киров районының ашығыс ярҙам подстанцияһында эшләгән табип Сәлимә Хәсән ҡыҙы Мөхәмәтованың яуабы әҙер: ”Мәрхәмәтлек, кеше хәленә инә белеү, оперативлыҡ кеүек сифаттар талап ителгән хеҙмәттең тартыу көсө лә ҡеүәтле шул, уның ҡосағына бер эләкһәң, ысҡынырмын тип уйлама ла”, – ти ул. Быйыл “Иң яҡшы ашығыс ярҙам табибы-24” республика конкурсында еңеү яулаған белгесте хеҙмәттәштәре ихлас күңелдән ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, именлек теләне.

 ...Бәләкәй саҡтан бер-береһенә ярҙамлашып, терәк булып үҫкән оло ғаиләлә берҙәмлек менән бергә туғандар ҡәҙерен белеү, миһырбанлыҡ сифаттары ла тәрбиәләнә. Факиһа Фәхретдин ҡыҙы һәм Хәсән Хөсәйен улы Сибәғәтовтарҙың 14 бала үҫкән йорттарында башҡаса булыуы мөмкин дә булмағандыр. “Герой әсә” исеменә лайыҡ булған Факиһа апай ул һәм ҡыҙҙарына кешегә хас иң яҡшы һыҙаттарҙы тәрбиәләргә тырыша. Юҡҡа ғына ҡыҙҙарының дүртәүһе донъялағы иң кешелекле профессияларҙың береһен –шәфҡәт туташы һөнәрен һайламағандыр. Уларҙың береһе – Ҡалтасыла, икенсеһе – Ҡыйғыла, өсөнсөһө Межгорьела халыҡ һаулығы һағында торҙо, дарыуҙар менән генә түгел, йылы һүҙҙәре, яҡшы мөнәсәбәттәре менән ауырыуҙарҙы дауаланы. Ә Сәлимә Хәсән ҡыҙы медицина училищеһын тамамлағас, тыуған Белорет районының төрлө һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләп мул тәжрибә туплай.

– Еҙнәмдең кәңәшен тотоп, 11 йыл хеҙмәт стажы туплағандан һуң, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инергә ҡарар иттем. Ул миңә осрашҡан һайын: “Сәлимә, һиңә табип булырға кәрәк, булдыҡлыһың, уҡы!” – тип ҡабатлай торғайны. Киске бүлектә уҡып, уҡыуҙы тамамланым. 1994 йылда психиатрия һәм наркология буйынса интернатура үттем. Шул уҡ йылда әсәйем вафат булып ҡалғас, районға эшкә ҡайтмаҫҡа ҡарар иттем. Ашығыс ярҙам хеҙмәтенә эшкә урынлаштым. Атайымды Өфөгә алып килдем, ятаҡта йәшәргә лә, байтаҡ тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырға ла тура килде, – тип алыҫта ҡалған хәтирәләрҙе иҫкә алды Сәлимә Хәсән ҡыҙы.

Хәҙер ул коллективта ҙур абруй ҡаҙанған  тәжрибәле белгес, Өфө ҡалаһының ашығыс ярҙам ветераны, “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” исеменә лайыҡ булған, Рәсәй Федерацияһының Почет грамотаһы, “Атҡаҙанған остаз” билдәһе менән наградланған, юғары категориялы медицина хеҙмәткәре.

– Ашығыс ярҙам хеҙмәтенең эше үҙенсәлекле. Тәүлек әйләнәһенә дауам иткән, көтөлмәгән хәл иткес ваҡиғаларға бай, кеше ғүмере өсөн көрәшергә тура килгән яуаплы эш. Күнегеүе ауыр булманымы?

– Һәр хеҙмәттең дә ыңғай һәм кире яҡтары була торғандыр, моғайын. Эйе, ҡала халҡы тыныс йоҡоға талғанда, беҙ төн буйы аяғөҫтө. Иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйбеҙ. Эш көнө 12 сәғәт дауам итә. Бында эш “разведка”ға кем менән сығыуыңдан тора. Йыш ҡына студенттар менән эшләргә тура килде, уларҙы күп нәмәгә, мәҫәлән, нисек энә ҡаҙарға, дефибриллятор менән нисек эш итергә, кислородты нисек бирергә, нисек теүәл диагноз ҡуйырға, аппендицитты нисек асыҡларға, ауырыуҙар менән нисек аралашырға өйрәтергә кәрәк. Барыһы ла эш барышында. Ашығыс ярҙам хеҙмәте – был йәһәттән ҙур тәжрибә майҙаны. Саҡырыу алыу менән дүрт минут эсендә әҙерләнеп, юлға сығырға тейешһең. Айырыуса ҡышҡыһын эш күбәйә, 12 сәғәт эсендә 18-20 саҡырыуҙы хеҙмәтләндерергә тура килгәне булды. Өҫтәүенә ҡыш көндәрендә юлдар насар таҙартыла, тығындар йонсота, ваҡыт һуҙыла, нервы ҡуҙғый башлай.

Бөгөн мин Зилә Әминева исемле бик грамоталы, үҙ эшен яҡшы белгән шәфҡәт туташы менән бергә эшләүемә шатланып бөтә алмайым. Уға әйтеп, өйрәтеп тораһы ла юҡ, йылдам, өлгөр хеҙмәткәр.

Водителдәребеҙ ышаныслы, сабыр, эш үҙенсәлектәрен яҡшы аңлай. Уларҙың хеҙмәте һис тә еңел түгел. Бригада берҙәм булғанда төн оҙайлығы ла, арыу-талсығыу ҙа артыҡ һиҙелмәй.

– Хәҙер ашығыс ярҙам хеҙмәтендә санитарҙар юҡлығын нисек хәл итәһегеҙ?

– Эйе, йыш ҡына ауыр хәлдәге пациенттарҙы өйҙән носилкалар менән сығарырға, дауаханаға илтергә кәрәк була. Комалағы, инсульт, инфарктҡа юлыҡҡан сирлеләрҙе атларға мәжбүр итергә ярамай, был бик хәүефле. Нишләйһең, өйҙә ярҙам итерлек кеше булмаһа, шәфҡәт туташы пациентҡа тәүге ярҙамды күрһәткән арала үҙең күрше-күләнде саҡыраһың, хатта урамдан эҙләргә лә тура килгеләй. Форсаттан файҙаланып, Өфө халҡына рәхимлектәре, ашығыс ярҙам хеҙмәтенә хөрмәттәре, һәр саҡ ярҙамға килеүҙәре өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә. Айырыуса коронавирус пандемияһы осоронда был асыҡ һиҙелде. Береһе лә ковид йоғоуынан ҡурҡып, инәлдереп торманы. Беҙ уларға битлек, бирсәткәләр бирәбеҙ, ҡулдарын антисептиктар менән эшкәртәбеҙ, әлбиттә. Өфөләр киң күңелле, һиҙгер йөрәкле халыҡ!

 Кисә, мәҫәлән, кардиология үҙәгенә 110 килограмм ауырлығындағы 62 йәшлек ҡатынды илтергә тура килде. Ғәҙәттә бындай ауырлыҡтағы пациенттарҙы илтеү өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусыларына мөрәжәғәт итәбеҙ. Был юлы пациенттың хәле ҡыл өҫтөндә торғанлыҡтан, уларҙың килгәнен көтөргә ваҡыт булмауын аңланыҡ. Тиҙ генә күршеләрҙе саҡырып, машинаға илтергә тура килде.

Һеҙ утыҙ йыл инде ашығыс ярҙам машинаһында ауырыуҙарға ашығаһығыҙ, уларҙы йәлләйһегеҙ, ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡулдан килгәнде эшләргә тырышаһығыҙ. Пациенттарығыҙҙың һаулыҡтарына мөнәсәбәтендә һеҙҙе нимә борсой?

– Үҙҙәренең сәләмәтлегенә ҡарата вайымһыҙлыҡ, иғтибарһыҙлыҡ тип әйтер инем. Кисә эш урынынан бер ирҙе инфаркт менән 22-се ашығыс ярҙам дауаханаһына илтергә тура килде. Ә бит иҫкәртеүсе сир билдәләре үткән көндәрҙә күренгән, тик йөрәк бындай битарафлыҡты ғәфү итмәй. Үрҙә әйтелгән 62 йәшлек ҡатынды иҫкә төшөрәйек, үҙендә аритмия барлығын белһә лә, тикшеренеү үтмәгән, дауаланмаған. Беҙ барғанда уның сатурацияһы төшкән, ҡан баҫымы түбәнәйгән ине. Йөрәге аттыҡы һымаҡ ҡаға, хәле сикһеҙ ауыр. Үҙен-үҙе ошо хәлгә килтереп еткергән ҡатын бик йәл булды.

Яңыраҡ ауырыу әсәһен ауылдан алып килгән ғаиләлә булдым. Әйтеп бөтөргөһөҙ ҡатмарлы хәл. Был осраҡта ла сирҙең тәүге билдәләре күренеү менән дауалана башлау хәйерле булыр ине. Ошондай мәлдәрҙә мин ауырыуҙарҙың урынына әсәйемде, яҡындарымды күҙ алдына килтерәм, нисек тә ярҙам итергә, йылы һүҙ табырға, өмөттәрен һүндермәҫкә тырышам. Һәр ауырыу яҙмышы йөрәк аша үтә, олоғайған һайын күңел нескәрә бара.

– Эштәге уңыштарҙан, конкурста еңеүҙәрҙән, пациенттар ихтирамынан тыш, кәйефегеҙҙе нимә күтәрә, йәшәргә көс бирә?

– Ғаиләмдән көс- дәрт алып йәшәйем. Берҙән-бер улымдың балалары аҡыллы, тәрбиәле булып үҫеп килә, өләсәй өсөн тағы ниндәй оло шатлыҡ булыуы мөмкин! Финанс техникумында уҡыған ейәнем Әмир ҙә, 7-се класҡа күскән, бейеү менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнгән Камила ла бары “бишле”гә генә уҡый. Икеһе лә киләсәктә ниндәй һөнәр һайлап, ҡайһы юлдан китәсәктәрен билдәләгән. Уларға аҡ юл, бәхет, юлдарында яҡшы кешеләр генә осрауын теләйем.

– Сәлимә Хәсән ҡыҙы, һеҙ һөнәри бурысын намыҫ менән үтәгән табип ҡына түгел, ә һиҙгер йөрәкле, йылы һүҙле, кешелекле шәхес. Ҡылған изгелектәрегеҙ, яҡшылыҡтарығыҙ үҙегеҙгә бишләтә әйләнеп ҡайтһын! Мораттарығыҙға ирешергә яҙһын!

 Динә Арыҫланова.

 Өфө ҡалаһы.

 Фото: ғаилә архивынан.

 

Һиҙгер йөрәк, йылы һүҙ кәрәк
Һиҙгер йөрәк, йылы һүҙ кәрәк
Һиҙгер йөрәк, йылы һүҙ кәрәк
Һиҙгер йөрәк, йылы һүҙ кәрәк
Һиҙгер йөрәк, йылы һүҙ кәрәк
Һиҙгер йөрәк, йылы һүҙ кәрәк
Һиҙгер йөрәк, йылы һүҙ кәрәк
Һиҙгер йөрәк, йылы һүҙ кәрәк
Һиҙгер йөрәк, йылы һүҙ кәрәк
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас