Сәләмәт булайыҡ
31 Май 2024, 14:00

Электрон сигарет үҫмерҙең ауыҙында шартлаған

Табиптар уның хәлен ауыр тип билдәләй. 

Электрон сигарет үҫмерҙең ауыҙында шартлағанЭлектрон сигарет үҫмерҙең ауыҙында шартлаған
Электрон сигарет үҫмерҙең ауыҙында шартлаған

Айрат Рәхмәтуллин республикабыҙҙа 14 йәшлек үҫмер менән булған күңелһеҙ ваҡиғаны иҫкә төшөргән.

Май айының һуңғы көнөндә Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө билдәләнә. Шуның менән бәйле, һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин республикабыҙҙа 14 йәшлек үҫмер менән булған күңелһеҙ ваҡиға менән уртаҡлашҡан.

 “Үҫмерҙең ауыҙында кинәт электрон сигарет шартлаған. Пациентты Республика балалар клиник дауаханаһына ашығыс рәүештә илткәндәр. Табиптар уның хәлен ауыр тип билдәләй.  Өҫкө яңаҡ һөйәге шартлау һөҙөмтәһендә яраланған, унан тыш та йөҙө зыян күргән. Ете теше ҡойолған, муйынында һәм битендә утта бешкән эҙҙәр ҡалған.

Яңаҡ-йөҙ хирургияһы бүлексәһендә  өҫкө яңаҡ һөйәген тергеҙеү буйынса бер нисә операция яһайҙар, аҙаҡ ул оҙаҡ реабилитация үтә.Табиптарҙың тырышлығы менән үҫмер электрон сигарет шартлауы һөҙөмтәһендә ҡалған эҙҙәрҙән ҡотола, әммә  тамам һауығыу өсөн өс йыл кәрәк була.

Бөгөн, Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнөндә, уның зыяны хаҡында тағы ла  бер тапҡыр иҫкәртәм. Тәмәке тартыу 90 процент осраҡта үпкә яман шешенә килтереүсе сәбәп булып тора,  шулай уҡ хроник бронхит һәм йөрәк сирҙәренән үлем осраҡтарын арттыра. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!”– тигән министр.

 Фото: https://vk.com/dr.arakhmatullin

 

Электрон сигарет үҫмерҙең ауыҙында шартлаған
Электрон сигарет үҫмерҙең ауыҙында шартлаған
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас