Һуңғы йылдарҙа йәйге айҙарҙа һауа температураһының аномаль юғары кимәле күҙәтелә.
Өфө ҡалаһының 21-се ҡала дауаханаһы табип-кардиологы Розана Рәхимова, республикала эҫе көндәр башланыу менән бәйле, бындай һауа торошоноң сәләмәтлеккә ниндәй хәүеф килтереүе хаҡында һөйләне.
Эксперттың әйтеүенсә, кеше тәненең температураһы кимәленә еткән көслө эҫелек хатта шап-шаҡтай кешеләрҙең сәләмәтлегенә лә кире йоғонто яһай. Айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар кешеләр эҫелекте ауыр кисерә. “Эҫе көндәрҙә тән температураһы күтәрелеүе йөрәк ҡағыуын шәбәйтә, ҡан баҫымын, тын алыу йышлығын арттыра. Эҙемтәһе билдәле инде – гипертония көрсөгө, киҫкен инфаркт, мейенең ҡан әйләнеше боҙолоуы”, – ти табип.
Хәүеф төркөмөнә кәүҙә ауырлығы артыҡ булған, һимеҙ, йөрәк-ҡан тамырҙарына, шәкәр диабетына, хроник йөрәк һәм бөйөр етешмәүсәнлегенә дусар пациенттар инә. Шулай уҡ өлкән кешеләр, балалар, ауырлы ҡатындар хәүеф аҫтында.
Эҫе көндәрҙе сәләмәтлеккә зарар килтермәйенсә үткәреү өсөн ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ, тип кәңәш итә кардиолог.Ҡояш әүҙемлеге юғары булған осорҙа яҡшы елләтелгән бинала булырға, тейешле кимәлдә һыу эсергә, тәбиғи туҡымаларҙан тегелгән кейемгә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ыҫланған, ҡыҙҙырылған һәм тоҙло аҙыҡтарҙы сикләргә, табиптар тәғәйенләгән дарыуҙар эсеү режимын теүәл үтәргә кәңәш ителә.
Фото:foto-na-telefon.ru