Сәләмәт булайыҡ
4 Июнь 2024, 13:00

Регинаны икенсе дауаханаға күсергәндәр

Биш кеше үлгән аварияла ауыр йәрәхәттәр алғайны ул... 

Регинаны икенсе дауаханаға күсергәндәрРегинаны икенсе дауаханаға күсергәндәр
Регинаны икенсе дауаханаға күсергәндәр

19 апрелдә баш ҡалала Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 1-се километрында ҡот осҡос авария булды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Өфө районында йәшәгән 39 йәшлек ир “КамАЗ” һыу һибеү машинаһы менән идара итеп, боролош мәлендә 22 йәшлек Өфө районы кешеһе идара иткән “ВАЗ-2115” менән бәрелеште. Юл-транспорт ваҡиғаһында еңел автомобилдән водитель һәм уның пассажирҙары, 22 һәм 20 йәшлек егеттәр һәм 18 йәшлек ике ҡыҙ һәләк булды. 21 йәшлек егет менән ҡыҙ иҫән ҡалғайны

Иҫән ҡалған егет тиҙ арала һауығып сыҡты, ә 21 йәшлек Регина ошоға тиклем дауаханала. Уның ғүмере өсөн табиптар оҙаҡ көрәште, хәле үтә ауыр ине. Күптән түгел ҡыҙҙың күҙҙәрен асыуы билдәле булды. Ошо көндәрҙә иһә Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан яңы яңылыҡ әйттеләр: ҡыҙҙы икенсе дауаханаға күсергәндәр. Бынан ары Регина Ишембай үҙәк дауаханаһында буласаҡ.

“Пациенттың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана”, – тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Регинаға тиҙерәк шәбәйеп аяҡҡа баҫыуын теләйбеҙ.

Фото: Телеграм. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас