Әлшәй районының Ибрай ауылы ҡыҙы Резида Йосопова бала сағынан медицина хеҙмәткәре булырға хыялланған, шуға Өфөләге 1-се медицина училищеһын тамамлаған. Ул – юғары категориялы фельдшер, Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
“Эшебеҙҙә төрлө хәлдәр осрай, әммә пациенттарҙың иҫән-һау ҡалыуы, уларҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү – оло бәхет!” – ти фельдшер. Уның тормош девизы: “Төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, тик алға ынтылырға!”
Резида Тимерхан ҡыҙы ире Әлфәрит Сабирйән улы менән Урал һәм Руслан исемле улдар үҫтергәндәр. Уларҙың һәр береһенең ғаиләһе бар, тормошта үҙ юлын тапҡан.
Медицина хеҙмәткәрҙәре – донъялағы иң изге һөнәр эйәләре. Улар иңенә бик ҙур яуаплылыҡ һалынған: кеше ғүмере, һаулығы өсөн яуаплылар, сөнки ошо ике төшөнсәнән дә ҡәҙерлерәк хазина юҡ! “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ихлас ҡатнашҡан бәйгеселәребеҙ, шул иҫәптән Резида Тимерхан ҡыҙы өсөн дә тауыш бирәйек, дуҫтар! Етеп килгән һөнәри байрамдары айҡанлы иң изге теләктәребеҙҙе юллайыҡ, лайктар ҡуяйыҡ.
Фото: Резида Йосопованың шәхси архивынан.