Сәләмәт булайыҡ
11 Июнь 2024, 02:00

Бөтнөктән ҡайнатма

һыуыҡ тейгәндә бигерәк тә файҙалы, тиҙәр.

Бөтнөктән ҡайнатмаБөтнөктән ҡайнатма
Бөтнөктән ҡайнатма

Баҡсаларығыҙҙа бөтнөк күренәме, улайһа тиҙ генә ҡайнатма эшләп алығыҙ. Бының өсөн кәрәк була: 250 грамм бөтнөк япрағы, бер килограмм шәкәр ҡомо, ике лимон, 0,5 литр һыу. Бөтнөк япрағын ботаҡтары менән бергә йыуып, еңелсә киптереп, ә лимонды ҡабығы менән бергә ваҡ итеп турарға. Бөтәһен бергә кәстрүлгә һалып 10 минут ҡайнатырға. 

Бер тәүлек ултыртып торорға. Шунан ҡатнашманы һөҙөп, шыйыҡсаға шәкәр ҡомо өҫтәп, әҙер булғансы ҡайнатырға. Ҡайнар ҡайнатманы алдан әҙерләнгән банкаларға һалып, ҡалай ҡапҡас менән ҡапларға. Сәйгә һалып эсһәң дә бик тәмле, һалҡын тейгәндә бик файҙалы!

Фото:dzen.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас