Сәләмәт булайыҡ
13 Июнь 2024, 15:00

Шәптәрҙең береһе ул!

"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Светлана Радик ҡыҙы Миңлевәлиева - Яңауыл районы Истәк фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры.

Шәптәрҙең береһе ул!Шәптәрҙең береһе ул!
Шәптәрҙең береһе ул!

Светлана Радик ҡыҙы Миңлевәлиева - Яңауыл районы Истәк фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры. Ул 2011  йылда Бөрө медицина-фармацевтика колледжын тамамлаған һәм Нефтекама ҡалаһындағы нефть колледжының һаулыҡ пункты мөдире булып башлаған, шулай уҡ балалар баҡсаһында эшләгән.

2016 йылда квалификацияны күтәреү үҙәгендә белем алғас, Яңауыл ҡалаһына килгән һәм Истәк ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса хеҙмәт юлын дауам иткән. “Эшем ябай ғына түгел, әммә оҡшай. Пациент ваҡытында тикшерелһә, дауаланһа, бигерәк яҡшы һәм ул һауыға, - ти ул. – 2019 йылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйылды. Унда шарттар яҡшы, халыҡ та ҡыуана. 2020 йылда “Иң яҡшы фельдшер” номинацияһында еңеү яулағайным”. Барлыҡ күңелеңде һалып эшләгән эш тә үҙ емешен бирмәй ҡалмай шул.

Халыҡ һаулығы һағында булғандарҙың барыһына ла сәләмәтлек теләйбеҙ. Ә һеҙ, дуҫтар, Светлана Радик ҡыҙы өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ, изге теләктәрегеҙҙе яҙығыҙ, лайктар ҡуйығыҙ.

Фотолар: Светлана Миңлевәлиеваның шәхси архивынан.

Шәптәрҙең береһе ул!
Шәптәрҙең береһе ул!
Шәптәрҙең береһе ул!
Шәптәрҙең береһе ул!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас