Бөтә яңылыҡтар

Июндә йыйыр булғандар

Үлән сәйе әҙерләр өсөн ете төрлө үлән алына.

Июндә йыйыр булғандар
Июндә йыйыр булғандар

Элек-электән халҡыбыҙ үлән сәйҙәрен әҙерләр булған. Бының өсөн мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ҡыр сейәһе, бөрлөгән, ҡара ҡарағат, әлморон һәм урман еләге япраҡтары файҙаланылған. Уларҙы июндә йыйыр булғандар.

Ете төр үләнде әҙерләү, әлбиттә, байтаҡ ҡына ваҡытты һәм бер нисә этапты үҙ эсенә ала. Иң төп этап – ферментлау. Борон үләндәрҙе балта менән ваҡлағандар, унан таҡта өҫтөнә һалып, ҡояшта киптергәндәр, ваҡыты-ваҡыты менән тикшереп торғандар.

Хәҙер япраҡтарҙы ит тарттырғыс ярҙамында ваҡларға мөмкин. Үләндәрҙе газ мейесендә юғары булмаған эҫелектә киптереп була. Сәйҙең тәме һаҡланһын өсөн уны бер үк кимәлдәге түбән температурала 30 минут тирәһе киптереү кәңәш ителә.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: