Сәләмәт булайыҡ
17 Июнь 2024, 14:00

Лимонадты үҙебеҙ эшләйек

Эҫе көндә һыуһынды ҡандырыр эсемлек.

Лимонадты үҙебеҙ эшләйекЛимонадты үҙебеҙ эшләйек
Лимонадты үҙебеҙ эшләйек

Эҫе көндәрҙә лимонад эшләп эсәйҽк әлҽ.

Ингредиенттар:

10 литр (!) һыу

4 әфлисун

1 лимон һәм шәкәр

Әҙҽрләү:

Әфлисун менән лимонды ҡайнар һыуға тығып алабыҙ ҙа туңдырғысҡа 8-10 сәғәткә урынлаштырып торабыҙ. Унан киҫәктәргә бүлеп ҡырҡып сығабыҙ ҙа, ит турағыс аша үткәрәбеҙ.

Хәҙер инде был массаны 3 литр һалҡын һыуға һалабыҙ. 15 минуттан һуң төнәтмәне һөҙәбеҙ. Лимонадтың түпрәһен һөҙөп алғандан һуң ташлап ҡуймағыҙ. Әле ул беҙгә кәрәгәсәк.

1 кг шәкәрҙе 2 литр һыуҙа иретеп алабыҙ ҙа һөҙөп алынған һутҡа өҫтәйбеҙ. Ошонда уҡ йәнә 4 литр һыу өҫтәйбеҙ. Йәнә 1 сәғәт төнәткәндән һуң хуш еҫле, тәмле генә лимонад әҙер була.

Әгәр һеҙ 10 литр лимонад күп була, тиһәгеҙ, ингредиенттарҙың яртыһын алып ташлағыҙ.

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө. 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас