Сәләмәт булайыҡ
20 Июнь 2024, 13:15

105 йыллыҡ тарихтары бар

Өфөләге Профсоюздар йортонда үткәрелгән тантана Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналды. Гәзит хеҙмәткәре, социаль өлкә бүлеге мөдире Айһылыу Низамова “Медицина һәм Профсоюз” һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса республика конкурсында II урын яуланы һәм лауреат дипломы менән бүләкләнде.

105 йыллыҡ тарихтары бар105 йыллыҡ тарихтары бар
105 йыллыҡ тарихтары бар

Донъяла һаулыҡтан да ҡәҙерлерәк, зиннәтлерәк хазина юҡ. Шуға күрә халыҡ сәләмәтлеге һағында торған медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте маҡтау-хөрмәткә лайыҡ.

Республикабыҙҙың төп матбуғат баҫмаларының береһе булған “Башҡортостан” ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзите биттәрендә лә был тармаҡ хеҙмәткәрҙәре – табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары һәм башҡалар тураһында мәҡәләләр, әңгәмәләр, төрлө баҫмалар  даими донъя күрә, гәзитебеҙҙең социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә лә медицина тураһында яҙмалар сыға.

Бөгөн иһә Өфөләге Профсоюздар йортонда Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара булды. Унда “Башҡортостан” гәзите редакцияһының эшмәкәрлеге Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең Башҡортостан буйынса профсоюзы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеген яҡтыртыу өсөн киң мәғлүмәт саралары араһында үткәргән конкурста лауреат дипломына лайыҡ булды. Гәзит хеҙмәткәре, социаль өлкә бүлеге мөдире Айһылыу Низамова “Медицина һәм Профсоюз” һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса республика конкурсында II урын яуланы һәм лауреат дипломы менән бүләкләнде.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, конкурсты үткәреү идеяһы йыл башында профсоюз “Профсоюздың “03” хеҙмәтенә контроле” акцияһын ойошторғанда барлыҡҡа килгән. Социологик һорауҙарға яуап алғанда медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡарата хөрмәт белдерелгән. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы етәксеһе Рауил Халфиндың әйтеүенсә, киң мәғлүмәт сараларында һөнәри байрамдарға ҡарата медицина хеҙмәткәрҙәре, был һөнәрҙең сағыу вәкилдәре, ветерандар һәм башҡалар тураһында яҙыу, яҡтыртыу, медицина менән профсоюздың бәйләнешен билдәләү мөһим. 105 йыл эсендә уларҙың хоҡуҡтары яҡлана, хеҙмәттең хәүефһеҙ шарттары тәьмин ителә, ауыр минуттарҙа ярҙам күрһәтелә, коллективтар тормошо йәнләндерелә.  

105 йыллыҡ тарихтары бар
105 йыллыҡ тарихтары бар
105 йыллыҡ тарихтары бар
105 йыллыҡ тарихтары бар
105 йыллыҡ тарихтары бар
105 йыллыҡ тарихтары бар
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас