Медицина берләшмәһе фекеренсә, аҙ хәрәкәт итеү, сифатһыҙ туҡланыу, насар ғәҙәттәр менән дуҫлыҡ, хеҙмәттең дөрөҫ ойошторолмауы һәм хатта технологияларҙың үҫеше кеше һаулығына кире йоғонто яһай. Әгәр спорт менән дуҫлыҡ бар икән, быларға ҡаршы тороп буласаҡ.
Ошо көндәрҙә Башҡортостанда физик әүҙемлектең мөһимлеге тураһында мәғлүмәт аҙналығы үтә. Ни өсөн әүҙем булыу кәрәк? Был турала Республика табип-физкультура диспансерының спорт медицинаһы буйынса табибы Эльза Фәрүәзетдин ҡыҙы Шәйәхмәтова һөйләне.
- Эльза Фәрүәзетдин ҡыҙы, спорт һәм физик көсөргәнешлек организмға нисек ярҙам итә?
- Йөрәк эше яҡшыра, йөрәк мускулының эше көслөрәк була, ҡан хәрәкәте көсәйә - һөҙөмтәлә организм кислород һәм файҙалы матдәләр менән туйына. Үҙәк нервы системаһының эше һәм туҡланыуы яҡшыра, яңы рефлекстар барлыҡҡа килә, яңы бурыстарға һәм тирә-яҡ мөхиттең үҙгәреүенә яраҡлашыу арта. Һулыш алыу ағзаларына килгәндә, үпкә киңәйә, уларҙың вентиляцияһы нормалләшә. Өҫтәүенә иммунитет күтәрелә һәм метаболизм яҡшыра. Спорт менән аҙнаһына ике-өс тапҡыр 1,5 сәғәт шөғөлләнеү ҙә етә.
Физик күнегеүҙәрҙе һайлау шәхсән булырға тейеш. Һынған, йәрәхәтләнгән урындар, башҡа етди сирҙәр булғанда, спорт менән шөғөлләнеү ҡәтғи тыйыла. Спорт менән шөғөлләнә башлар алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Физкультура менән шөғөлләнеүселәр ашауға ла етди иғтибар итергә бурыслы. Дөйөм алғанда, туҡланыу түбәндәге шарттарға яуап бирергә тейеш: әҙләп һәм баланслап. Төп принцип - аҡһымдар, майҙар, углеводтар, витаминдар, минералдар, һыу кеүек күрһәткестәрҙеңе нисбәте дөрөҫ бүленергә тейеш.
Һыуҙы көнөнә 1,5-2 литр эсергә кәрәк. Иғтибар итегеҙ, күнекмәләр өсөн һыуҙың оптималь температураһы бүлмә температураһынан түбән булырға тейеш. Һыуыҡ йәки эҫе һыу йылылыҡ алмашыныуын боҙоп, йөрәк мускулына көсөргәнеште арттыра. Һәр 10-15 минут һайын әҙ йотомлап эсергә кәрәк. Бер сәғәт күнекмә ваҡытында дөйөм шыйыҡса ҡулланыу 0,5-0,7 литрҙан артмаҫҡа тейеш.
Фото һәм сығанаҡ:https://mgazeta.com/articles/vazhno/2024-06-20/vrach-iz-bashkirii-rasskazala-o-vazhnosti-fizicheskoy-aktivnosti-3816039