Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев уларға дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Башҡортостан Башлығы, барлыҡ республика етәкселеге исеменән һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым. Донъяла иң ҙур хөрмәткә лайыҡлы ике һөнәр бар. Улар – Уҡытыусы һәм Табип. Ошо ике һөнәр эйәләренә тотош ғүмеребеҙ бәйле. Табиптар беҙҙең донъяға тыуыуыбыҙҙы ҡаршы ала.
Республика етәкселегенең һеҙҙең тармаҡҡа ниндәй иғтибар бүлгәнлеген беләһегеҙ: күпме дауаханалар төҙөлә, күпме ҡорамалдар һатып алына һәм был эш дауам ителәсәк. Был, әлбиттә, медицина ойошмаларына ғына ҡағылмай. Мәҫәлән, парктарҙы алайыҡ, Дим, Инорс, Черниковка, Затон һәм башҡа биҫтәләрҙә кешеләр өсөн уңайлы ял урыны улһын өсөн эшләнә, - тип һөйләне Искәндәр Рәүеф улы. – Иң мөһиме: хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Вазифалы кеше булараҡ ҡына түгел дә ярайһы йыш ҡына коллегаларығыҙ менән аралашырға тура килә, сөнки мин – күп балалы атай. Дүрт бала тәрбиәләйбеҙ, аңлауығыҙса, медицина ойошмаларына мөрәжәғәт итергә тура килә. Минең өлкән йәштәге, 85 йәшлек, атайым бар. Әле ул – дауаханала. Ике аҙна тирәһе элек уны ҡотҡарып алып ҡалдылар. Әле лә ул дауалана. Шәхсән үҙем “Ашығыс ярҙам”дың нисек яҡшы эшләй башлауын күрәм, сөнки ғинуарҙа ике көн эсендә өс тапҡыр атайыма медицина ярҙамы саҡырғайныҡ. Мин ябай граждан булараҡ саҡырам, “Ашығыс ярҙам” табиптары килә, шуны-быны эшләргә кәрәк тип аңлата. Был йәһәттән барыһы ла яҡшы. Һөнәри оҫталығығыҙға ғәжәпләнмәйем, һәр ваҡыт шулай булды. Мөнәсәбәткә ғәжәпләнәм. Был, ысынлап та, шулай. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Һеҙ – һәр ваҡыт яныбыҙҙаһығыҙ. Төп ҡиммәт тә тап ошо.
Бөгөн Республика кардиология үҙәге баш табибының амбулатория-поликлиника эше буйынса урынбаҫары Гүзәл Ғүмәрова Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһына лайыҡ булды. Әйткәндәй, ул үҙе медицинаға ғашиҡтар ғаиләһенән. Әсәһе – неонатолог, атаһы һәм ағайҙары – хирургтар. Шуға күрә уның медицина юлын һайлауына ғәжәпләнергә лә түгел. Республика кардилогия үҙәгендә лә ул Башҡортостан медицина университетын тамамлағандан алып эшләй.
Ошондай уҡ наградаға лайыҡ булған Баймаҡ ҡыҙы - невролог Гөлнара Самарбаева - Луганск Халыҡ Республикаһында командировкала ауырыуҙарҙы ҡабул иткән. Табип Красный Луч ҡалаһындағы дауахананың реанимация бүлексәһендә ауыр хәлдәге пациенттарға консультация биргән.
– 23 йыл эшләйем инде. Тәүге хеҙмәт йылдарын Баймаҡ ҡалаһы поликлиникаһында невролог булып башланым, аҙаҡ бүлексә мөдире итеп тәғәйенләнеләр. Бер аҙҙан РЖД-Медицина дауаханаһында бүлексә мөдире булдым, унда киҫкен ҡан әйләнеше тайпылыштары сирҙәрен дауалау буйынса ҙур тәжрибә тупланым. Был тәжрибә әлеге эшемдә бик ныҡ ярҙам итә, – тип һөйләне Гөлнара Әҙеһәм ҡыҙы.
Табип әйтеүенсә, Луганск Халыҡ Республикаһында эш шарттары Башҡортостандағы менән сағыштырғанда байтаҡҡа айырылған, әммә ул быға алдан әҙер булған.
– Луганск Халыҡ Республикаһына командировкаға китеү тураһында ҡарар ҡабул иткәндә хәүефләнмәнем. Кешеләргә ярҙам итергә мөмкинлек тыуғанға шатландым ғына. Мин бында туплаған бөтә эш тәжрибәһен һәм белемемде ҡулланырға тырышам. Нигеҙҙә миңә баш мейеһе ҡан тамырҙары сирҙәре, арҡа һәм баш ауыртыуҙары менән мөрәжәғәт иттеләр. Тәүге аҙнала уҡ Красный Лучта бер нисә пациентта етди сирҙәрҙе асыҡланым. Паркинсон сире һәм хәрәкәтләнеү нейроны ауырыуы диагнозы ҡуйылған пациенттарҙы шунда уҡ өҫтәмә тикшереү өсөн Луганск дауаханаһына оҙаттыҡ, – ти табип.
Буш ваҡытында Гөлнара Самарбаева тәбиғәт ҡосағында булырға, йәйәү йөрөргә, көсөргәнешле хеҙмәт көнөнән һуң ял итергә тырыша.
- Беҙҙең табиптарға мөнәсәбәт бик һәйбәт, хеҙмәтебеҙҙе баһалайҙар. Коллективта бер-береһенә ярҙамлашып эшләйҙәр, - ти Гөлнара Самарбаева.
2-се Республика клиник дауаханаһы шәфҡәт туташы Айгөл Махийәнова ла Луганск Халыҡ Республикаһында урындағы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҡатнашҡан. Уға ла Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды.
Мәләүез үҙәк район дауаханаһынан табип-анестезиолог-реаниматолог Рөстәм Әмир улы Низамов та Красный Лучта пациенттарҙы ҡабул иткән.
- Бер ваҡыт беҙгә ауыр хәлдә булған йөклө ҡатын килде. Ашығыс рәүештә Кесарь операцияһын эшләнек, - тип һөйләне Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч күп профилле дауаханаһының “Перинаталь үҙәге”ндә табип-анестезиолог-реаниматолог булған Рөстәм Низамов.
Ул операциялар эшләүҙә ҡатнашҡан, реанимация ярҙамы күрһәткән, ауырыуҙарға интенсив терапия үткәргән. Уның менән бергә Красный Лучта халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәткән Рамир Мингазов Республика перинаталь үҙәгендә һигеҙ йыл табип-анестизиолог-реаниматолог булып эшләй, сығышы менән Ҡариҙел районының Иҫке Бағаҙы ауылынан. Рамир Илһам улы эшләгән медицина ойошмаһынан, шулай уҡ Красный Лучта медицина ярҙамы күрһәткән табип-анестизиолог-реаниматологтар Альберт Хәмитов һәм Евгений Тенин (Өфөләге ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһында эшләй) Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исем иһә Өфөләге 2-се балалар поликлиникаһы баш табибы Эльвира Бикметоваға, Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһынан хирург Альберт Әвсәховҡа, “Толпар” туберкулезға ҡаршы шифахананың баш табибы Артур Ғәлиуллинға һәм башҡаларға бирелде. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тигән мәртәбәле исемгә Республика клиник психиатрия дауаханаһы баш шәфҡәт туташы Альбина Әсәҙуллина, Борай районынан фельдшер Мадис Камилйәнов һәм башҡалар лайыҡ булды.
Беҙ ҙә барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Иң мөһиме – сәләмәт, бәхетле булығыҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.