Күгәрсен районында йәшәгән Аҫылбикә Мәжитова "Ҡояшлы шәрбәт" эсемлеген эшләргә өйрәтә.
"Хәләлемдең «Һыуһынды ҡандырырлыҡ ҡына эсемлек эскем килә» тигәнен ишеткәс кенә иҫемә төштө был шифалы ла, тәмле лә ҡояшлы шәрбәт. Ни өсөн ҡояшлы тиһегеҙме? Уны эшләгәндә көндәрҙең ҡояшлы, эҫе булыуы шарт. Йәйҙең эҫе мәлдәре башланды. Магазиндарҙа хаҡтарҙың артыуына ҡарамай төрлө һуттар, кеүәҫ күпләп һатылған ваҡыт.
Әйҙәгеҙ, шифалы эсемлекте үҙебеҙ эшләргә өйрәнәйек.
Бының өсөн быяла һауыт - 3, 5, 15 литрлыҡ банкалар, шәкәр, йәнең теләгән файҙалы үләндәр. Бөтнөк (мята), ҡарағат, ҡурай еләге, һырғанаҡ (облипиха), ҡаҙ үләне, еркәүек, хатта керән япрағында өҫтәргә була. Әлеге ваҡытта айыу емешен дә өҫтәп ебәрәм. Ә былай уны кесерткәндән эшләйҙәр. Мин ҡарағат япрағы ла ҡушып ебәрәм. Банкаға һалҡын, баллы һыуҙы ҡойоп, ауыҙын марля менән ҡаплап, тәҙрә төбөнә ҡуябыҙ. Шишмә һыуы булһа, тағы ла яҡшы.
Был эсемлек дөрөҫ килеп сыҡһын өсөн банкалар ҡояшта торорға тейеш. Исеме лә «сурица» - славян телендә ҡояш һүҙенән алынған. Эсемлек дүрт көндә әҙер була. Ә ныҡ ҡояшлы көндә ике көндә лә ферментация өсөн ваҡыт етә. Бызырлап торған эсемлекте һөҙөп һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Әлбиттә, бал менән шифаһы күберәк. 3 литрлы банкаға 150 г бал иҫәбенән һалабыҙ. Ә кемдең диабет - улар шәкәр һалмай, туҡранбаш, еркәүек, төрлө емештәр һалып эшләй ала.
Эшләй торғас, ғаилә ағзаларының үҙҙәренә генә оҡшаған үләндәре асыҡлана ул. Шуға төрләндереп ҡарағыҙ.
Иҫкәрмә: ағыулы үләндәрҙе һалыуҙан һаҡланығыҙ.
Шулай уҡ эш барышында бысаҡ, тимер ҡалаҡ ҡулланырға ярамай. Әгәр эсемлектән тәмһеҙ еҫ сыҡһа, үләне серей башлаһа, эсергә ярамай", - ти ул.
Ә һеҙҙең "Ҡояшлы шәрбәт" эшләгәнегеҙ бармы?
Фото һәм автор: Айгөл Айытҡолова.
Сығанаҡ: "Мораҙым" гәзитенән.