Бөтә яңылыҡтар

Клевер (туҡранбаш) сәскәһен йыйып ҡал

Был файҙалы үләндәге витаминдар ҡан тамырҙарына ултырған бысраҡты иретә, өҫтәүенә лимфа төйөндәрен яҡшы таҙарта.

Клевер (туҡранбаш) сәскәһен йыйып ҡал
Клевер (туҡранбаш) сәскәһен йыйып ҡал

Шифалы үләндәр - аяҡ аҫтында тигәндәй, тыуған еребеҙҙә бөтә төр файҙалы үләндәр үҫә.

Әле клевер (туҡранбаш) сәскә атҡан һәм ул сәскәләрен ҡоймаҫ элек йыйып алырға кәрәк. Сөнки ҡан тамырҙарын таҙартыуҙа унан да яҡшы һәм файҙалы булған үлән юҡтыр.
 
Клеверҙы күптәр  туҡранбаш тип тә йөрөтә. Был файҙалы үләндә А,В,Е витаминдары бар, улар ҡан тамырҙары тиресәһендәге ултырмаларҙы иретә, өҫтәүенә лимфа төйөндәрен яҡшы таҙарта. Клеверҙан яһалған спирт төнәтмәһен сәйгә өҫтәргә мөмкин йәиһә бик аҙлап эсергә лә була. Үлән атеросклероз үҫешен аҡрынайта, тамырҙарҙы нығыта, уларҙың һыныусанлығын кәметә, ҡан баҫымын түбәнәйтә.
 
Файҙалы эсемлекте һыуҙа ла әҙерләп була. Үләндең баштарын йыйып алып, ҡайнатма яһайҙар. Шулай уҡ клеверҙың сәскәләрен йыйып алып, сәй итеп ҡулланырға ла була.
 
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
 
Автор фотоһы.
Клевер (туҡранбаш) сәскәһен йыйып ҡал
Клевер (туҡранбаш) сәскәһен йыйып ҡал
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: