Бөгөн яҙғы сессияның йомғаҡлау ултырышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа “Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында”ғы БР Законының 62-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын ҡабул итте.
– Закон проекты ҙур проблеманы – кешеләр йәшәгән урындарҙағы магазиндарҙа төндә спирт һатыу мәсьәләһен хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк, – тине Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев.
Закон проектына ярашлы, Башҡортостанда төнгө ваҡытта (23 сәғәттән 8 сәғәткә тиклем) йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә (ресторандарҙан тыш), әгәр йәмәғәт туҡланыуы объекты күп фатирлы йортта йәки уға яҡын биләмәлә урынлашһа, алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу тыйыла. Был үҙгәреш 31 декабрь 23:00 сәғәттән 1 ғинуар 03:00 сәғәткә тиклемге осорға ҡағылмай.
Икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа закон проекты көҙгөһөн ҡараласаҡ.
Фото: Башинформ.